Бөтә яңылыҡтар
КЕШЕ ҺӘМ ЗАКОН
28 Октябрь 2025, 21:16

Рәсәйҙә Cуд хеҙмәткәрҙәре көнө булдырылды

  

Рәсәйҙә Cуд хеҙмәткәрҙәре көнө булдырылды
Рәсәйҙә Cуд хеҙмәткәрҙәре көнө булдырылды

Рәсәй хөкүмәтенең тейешле ҡарарына премьер-министр Михаил Мишустин ҡул ҡуйған.

«5 ноябрҙе Суд хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамы итеп билдәләргә», — тиелә документ тексында.

Байрам Бөтә Рәсәй Императоры Петр I-нең «Суд формаһы тураһында» указы сыҡҡан көнгә тура килтерелгән. Был указ 1723 йылдың 5 ноябрендә донъя күргән.

Документ судтарҙың эштәрҙе ҡарау тәртибен, граждандар эштәре һәм енәйәт эштәренең күп өлөшө ике яҡтың да туранан-тура ҡатнашлығында ҡаралыуын билдәләне.

Яңы байрам булдырыу башланғысын Рәсәй президенты Владимир Путин хупланы. 

Фото:Ксения Калинина
Автор: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас