Бөтә яңылыҡтар
КЕШЕ ҺӘМ ЗАКОН
27 Сентябрь 2025, 19:35

Ир менән ҡатынға ҡарата енәйәт эше асылды

  

Ир менән ҡатынға ҡарата енәйәт эше асылды
Ир менән ҡатынға ҡарата енәйәт эше асылды

Белорет ҡалаһында полиция хеҙмәткәрҙәре урында йәшәгән, наркотик матдәләрҙе законһыҙ рәүештә алыуға ғәйепләнгән ике кешене ҡулға алған.

Полицейскийҙар 42 йәшлек ҡатында 1,1 грамлыҡ наркотик һалынған ҡапсыҡты тапҡандар. Ошо уҡ көндө хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре 25 йәшлек ирҙе ҡулға алған: унда ла 1,7 грамм тирәһе наркотик матдә һалынған ҡапсыҡ табылған.

Ҡатын да, ир ҙә үҙҙәренең ғәйебен таныған. Уларға ҡарата енәйәт эше асылған.

Наркоман үҙенең күпселек социаль бәйләнештәренән ҡолаҡ ҡаға. Элекке дуҫтары шәхес булараҡ юҡҡа сыға барған  иптәшенән ситкә тайпыла башлай, мәнфәғәттәр ҡырҡа айырыла бара. Наркотиктар ҡулланыу бик тиҙ үлемгә алып килә. Әгәр ҙә үҫмер наркотик ҡуллана башлаған икән, уны тиҙерәк медицина ойошмаһына килтереү һәм бәйлелектән ҡотолдороу сараһын күрергә кәрәк.

Кешеләр наркотик ҡулланыуҙың хәүефе тураһында мәғлүмәтле булырға тейеш. Өҫтәүенә енәйәт яуаплылығы ла бар. 

Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.

Автор: «Башҡортостан» гәзите
Читайте нас