Бөтә яңылыҡтар
КЕШЕ ҺӘМ ЗАКОН
16 Сентябрь 2025, 20:05

Хәйбулла вахтасылары ялған "больничныйҙар" алыу өсөн табипҡа аҡса биргән

  

Хәйбулла вахтасылары ялған "больничныйҙар" алыу өсөн табипҡа аҡса биргән
Хәйбулла вахтасылары ялған "больничныйҙар" алыу өсөн табипҡа аҡса биргән

Башҡортостан буйынса Рәсәй Тәфтиш комитетының мәғлүмәте буйынса, 2024 йылдың февраленән ноябренә тиклем вахта ысулы менән эшләгән бер нисә Хәйбулла районы кешеһе, эшкә сыҡмаҫ өсөн һәм "больничныйҙар" түләүҙәрен алыр өсөн, район дауаханаһының участка табибы-терапевтына эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙҙарын рәсмиләштергән өсөн ришүәт биргән.

Табипҡа больничный ҡағыҙының оҙайлылығы һәм башҡа шарттарға ҡарап 3 меңдән 10 мең һумға тиклем аҡса бирелгән. Әлеге ваҡытта ошо факттар буйынса енәйәт эштәре судҡа ебәрелгән. Элекке табип-терапевттың эшмәкәрлеге буйынса ла енәйәт тикшереүе алып барыла, тип хәбәр итә ведомство.

Фото: Валерий Шахов

Автор:Гульфия Акулова

Автор: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас