Бөтә яңылыҡтар
КЕШЕ ҺӘМ ЗАКОН
16 Сентябрь 2025, 20:42

Гөлсөм 19 тапҡыр кейәүгә сыҡҡан, 11 ире мәрхүм...

2001 йылдан 2023 йылға тиклем  18 гражданлыҡ һәм 19 рәсми никахы булған ҡатынды хөкөм итәләр

Иранда әлеге мәлдә 58 йәшлек Гөлсөм Аҡбари тигән ҡатынды хөкөм итәләр. «Ҡара тол ҡатын» тигән исем тағылған Гөлсөм 11 ирҙе үлтереүен таный.

Аҡбари 2023 йылда 82 йәшлек ире вафат булғандан һуң ҡулға алына. Унан алдағы ире ныҡ ҡына ағыуланып дауаханала ятып сыҡҡандан һуң Гөлсөмдө ҡыуып сығара. Был ирҙең улы һуңғы ҡорбандың улына ошо турала һөйләй, һәм шунан һуң ҡатын тотола. Әле ул суд алдына баҫҡан.

"Мөхәббәтле" ханым яңғыҙ, оло йәштәге һәм ауырыу, әммә бай ир-егеттәргә кейәүгә сыға. Һәм уларҙың һәр береһе сәйер шарттарҙа вафат була бара.

Тәүге ирҙәренең береһен ул башта техник спирт менән ағыулай, ә һуңынан быуып үлтерә, тип фаразлана. Башҡа ирҙәрен көслө дарыуҙар ярҙамында теге донъяға ебәрә. Шул уҡ ваҡытта табиптар ҡулына эләккән ирҙәрен ихлас хәстәрләгән, ҡайғыртҡан булып ҡыланған. 

Үлгәндән һуң ул уларҙың мираҫҡа ҡалған мөлкәтенә хужа була. Шунан йәшәү урынын алмаштыра һәм яңы ир эҙләй башлай.

2001 йылдан 2023 йылға тиклем «ҡара тол ҡатын»дың 18 гражданлыҡ һәм 19 рәсми никахы була. Ул 11 кешене генә үлтереүен таныйәммә тәфтишселәр башҡа ирҙәр ҙә үҙ үлеме менән үлмәгән тип иҫәпләй.

Хәҙер судта үлгән ирҙәрҙең туғандары - 45-ләп кеше уға дәғүә белдерә. Улар Гөлсөмдө "үлем язаһы"на тарттырыуҙарын талап итә.  

 

Автор: «Башҡортостан» гәзите
Читайте нас