Бөтә яңылыҡтар
КЕШЕ ҺӘМ ЗАКОН
7 Сентябрь 2025, 11:22

Атты атҡан кеше тотолған

Ул уны һуйып, алып китергә йыйынған.    

Атты атҡан кеше тотолған
Атты атҡан кеше тотолған

Учалы районының Абҙаҡ ауылында кемдеңдер атты атып китеүе тураһында хәбәр иткәйнек. Бөгөн ул кешене ҡулға алғандар. Ул – райондың Поляковка ауылынан 47 йәшлек ир булып сыҡҡан. Ирҙе атылған атты урларға маташҡан саҡта тотҡандар. Республика буйынса Эске эштәр министрлығы хәбәр итеүенсә, ул иҫерек килеш енәйәт ҡылған.

Билдәле булыуынса, ул көтөүлектә йөрөгән йылҡыға мылтыҡтан атҡан. Икенсе көндө үләкһәне турап, алып ҡайтырға тип килә, әммә уны көтөүсе күрә. Ҡараҡты енәйәт урынында полиция ҡулға ала.

Полиция хеҙмәткәрҙәре енәйәт урыны янында ике көпшәле мылтыҡты таба. Ғәйепләнеүсе полицияға ҡоралды бер нисә йыл элек табып алыуы тураһында хәбәр итә.

Уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Фото: Эске эштәр министрлығының телеграм-каналы. 

Автор: «Башҡортостан» гәзите
Читайте нас