КЕШЕ ҺӘМ ЗАКОН
20 Август 2025, 17:17

1 сентябрҙән бер нисә учреждениеларҙа энергетиктар һатыу тыйыла

   

1 сентябрҙән бер нисә учреждениеларҙа энергетиктар һатыу тыйыла1 сентябрҙән бер нисә учреждениеларҙа энергетиктар һатыу тыйыла
1 сентябрҙән бер нисә учреждениеларҙа энергетиктар һатыу тыйыла

2025 йылдың 1 сентябренән «Башҡортостан Республикаһы территорияһында алкоголһеҙ тонусты күтәреүсе эсемлектәр (шул иҫәптән энергетик) һатыуҙы тыйыу тураһында» законға үҙгәрештәр көсөнә инә. Башҡортостан Дәүләт йыйылышы – Ҡоролтайҙың матбуғат хеҙмәтенән республика мәктәптәрендә һәм театрҙарында алкоголһеҙ энергетиктарҙы һатыуҙы тыйыу тураһында хәбәр иттеләр.

Республикала балаларға алкоголһеҙ энергетиктар һатыуҙы тыйыу тураһында федераль закон ғәмәлдә. 1 сентябрҙә ошондай эсемлектәрҙе һатыу урындарын сикләү тураһында республика законы көсөнә инергә тейеш: мәктәптәрҙә, юғары уҡыу йорттарында, дауаханаларҙа, театрҙарҙа, физкультура һәм спорт учреждениеларында уларҙы һатырға ярамай. Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев һүҙҙәренсә, ике закон да махсус рәүештә стимулятор өҫтәлгән эсемлектәргә генә ҡағыла. Тонусты күтәреү компоненттары итеп кофеин һәм гуарана, женьшень, лимонник кеүек үҫемлектәрҙең экстракты ҡулланыла. Тәбиғи эсемлектәргә (ҡымыҫ һәм кеүәҫ) килгәндә, улар алкоголһеҙ энергетиктарға ҡарамай, ирекле һатыла.

Автор:Ләйлә Аралбаева

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас