КЕШЕ ҺӘМ ЗАКОН
7 Август 2025, 05:35

19 йәшлек егет ялған иғлан ҡуйып...

Һатып алыусының 15 миллион һумын талап алған

19 йәшлек егет ялған иғлан ҡуйып...19 йәшлек егет ялған иғлан ҡуйып...
19 йәшлек егет ялған иғлан ҡуйып...

Өфөнән 19 йәшлек егет талауҙа ғәйепләнеп, суд алдына баҫа, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан прокуратураһының матбуғат хеҙмәтенән.

Тәфтиш версияһы буйынса, быйыл март айында йәш кеше, 17 миллион һумлыҡ «БМВ» маркалы автомобилен һатыу тураһында ялған иғлан баҫтырған. Иғлан буйынса апрелдә Санкт-Петербургтан һатып алыусылар табыла, машинаны 15 миллион һумға һатып алырға һөйләшәләр. Бер айҙан һуң улар Өфөгә килеп, енәйәт эше фигуранты менән осрашҡан. Егет, эшләмәгән пневматик пистолет менән янап, зыян күреүселәрҙән аҡса ала һәм ҡаса.

Ул ғәйепле булыуын таный, килтерелгән зыянды өлөшләтә ҡаплай. Енәйәт эше ҡарау өсөн Өфөнөң Калинин район судына ебәрелгән.

 

Фото:Ксения Калинина (Башинформ)

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас