КЕШЕ ҺӘМ ЗАКОН
3 Август 2025, 04:44

Рәсәйҙә вайымһыҙ ата-әсәләргә штрафтар арттырылды

   

Рәсәйҙә вайымһыҙ ата-әсәләргә штрафтар арттырылдыРәсәйҙә вайымһыҙ ата-әсәләргә штрафтар арттырылды
Рәсәйҙә вайымһыҙ ата-әсәләргә штрафтар арттырылды

Рәсәй президенты Владимир Путин Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексҡа ҡағылышлы федераль законға үҙгәрештәр индерҙе.

Ул үҙ бурыстарын тейешенсә үтәмәгән ата-әсәләргә штраф һалыуҙы күҙ уңында тота.

Штрафтар бер нисә тапҡырға арттырылды. Әгәр элек штраф 100-500 һум булһа, хәҙер иһә 500 һумдан 2 мең һумға еткерелде.

Тейешле документ Рәсәй Федерацияһының рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған. 

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас