Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө линия идаралығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, былтыр сентябрҙә тәртип һаҡсылары вагондан 6 тоҡ шәкәр урлап ҡасҡан 20 йәшлек һәм 25 йәшлек Әлшәй районы егеттәрен тиҙ арала тапҡан. Улар Шафран станцияһында йөк поезы вагонының йоҙағын ҡутарып, 300 кг шәкәр сәлдергән. Матди зыяндың дөйөм суммаһы 17 мең һум тәшкил иткән.
Хәҙер «урлау» статьяһы буйынса енәйәт эше судҡа ебәрелгән. Был статьяның максималь санкцияһы биш йылға тиклем иркенән мәхрүм итеүҙе күҙ уңында тота.
фото:Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө линия идаралығының матбуғат хеҙмәте