Тыйылған матдәләр һатҡан өсөн Башҡортостанда йәшәүсе ике кешене хөкөм итәләр.
Орск транспорт полицияһы хеҙмәткәрҙәре февраль башында тимер юл станциялары арауығында 1994 һәм 2005 йылғы йәштәрҙе ҡулға ала. Улар тимер юл янында тыйылған матдәләрҙе йәшерен урындарға ҡалдырырға ниәтләй. Оперативниктарҙы күреп, бер ғәйепләнеүсе ҡасырға маташа, ә уның иптәше порошок һымаҡ матдә менән бер нисә төргәкте ташлай. Тәртип һаҡсылары егеттәрҙе тикшереү өсөн линия бүлегенә алып килә. Шәхси тикшереү барышында куркаларының кеҫәләрендә 143 төргәк табыла. Ҡулға алынғандар аңлатыуынса, пакеттарҙа синтетик наркотик булған. Тикшеренеүҙәр быны раҫлай.
Рәсми рәүештә эшкә урынлашмаған һәм элек закон менән проблемалары булмаған егеттәр аңлатыуынса, былтыр ҡыш улар мессенджерҙарҙың береһендә эш хаҡы менән иғлан осратҡан. Йәштәр «эш биреүсе» менән бәйләнешкә инә һәм уларға Рәсәй территорияһында наркотиктар таратыу менән шөғөлләнергә тәҡдим итә. Һәр закладка өсөн 500 һум түләргә вәғәҙә итәләр. Кураторҙың ҡушыуы буйынса дуҫтар Өфөлә наркотик төргәктәрен алып, йәшерен урындар әҙерләү өсөн Орскиға юллана. Әммә «эш биреүсе» күрһәтмәләрен үтәй алмайҙар, сөнки уларҙы транспорт полицейскийҙары ҡулға ала.
Егеттәргә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған, уларға һаҡ аҫтына алыу сараһы һайланған. Статьяның максималь санкциялары 20 йылға тиклем иркенән мәхрүм итеүҙе күҙ уңында тота.
Фото:Ксения Калинина