Бөтә яңылыҡтар
10
КЕШЕ ҺӘМ ЗАКОН
25 Февраль , 12:12

Ҡыҙ баланы әрәм иткән әҙәмде эҙләйҙәр

Уға 50-60 йәштәр тирәһе...    

Ҡыҙ баланы әрәм иткән әҙәмде эҙләйҙәр
Ҡыҙ баланы әрәм иткән әҙәмде эҙләйҙәр

Өфөлә туғыҙ йәшлек ҡыҙҙы мәсхәрәләгән ирҙе эҙләйҙәр.

Ҡыҙ урамда сәнғәт буйынса түңәрәккә яҙылырға тип китеп барғанда әлеге ир осрай һәм, йәнәһе лә, оло бер ҡатынға ярҙам кәрәк булыуы тураһында әйтә. Ят кешенән ни өсөн шикләнмәгәндер инде бала... Ул иргә ышана һәм эйәреп тораҡҡа инә.

Эстә ир мәктәп уҡыусыһын көсләй һәм был турала берәүгә лә өндәшмәҫкә ҡушып ҡурҡыта. Кире осраҡта видео яҙҙырыуын әйтә һәм уны класташтарына ебәреү менән янай.

Был әҙәмде полиция эҙләй. Уға 50-60 йәштәр тирәһе. Учалы районынан, тиҙәр. Быға тиклем дә уның яуаплылыҡҡа тарттырылғаны булған.

Фото: "Башинформ", социаль селтәрҙән.

Автор:Аклима Гизатуллина

Ҡыҙ баланы әрәм иткән әҙәмде эҙләйҙәр
Ҡыҙ баланы әрәм иткән әҙәмде эҙләйҙәр
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас: