Башҡортостанда йәшәүсе элекке һөйгәнен урлаған өсөн төрмәгә ултырған. Әбйәлил район суды 14 февралдә уны ғәйепле тип таба һәм ғәйепте йомшартыусы шарттарҙы иҫәпкә алып, ҡаты режимлы колонияла 5 йыл 11 айға иркенән мәхрүм итеү язаһын тәғәйенләй, 110 мең һум күләмендә мораль зыянды һәм енәйәт килтергән зыянды 6 мең һум күләмендә компенсация түләтә.
Башҡортостан судтарының берләшкән матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, 1964 йылғы Сибай кешеһе уҙған йылдың йәйендә Әбйәлил районының Дауыт ауылына килгән. Быяланы ватып, урындағы элекке өйҙәш ҡатыны йортона законһыҙ рәүештә инә. Ул уның ихтыярына ҡаршы, ғүмеренә ҡурҡыныс янаған көс ҡулланыу менән янап, автомобиленә ултыртып, Сибайға алып китә, унда бикләп тора. Ғәйепләнеүсе урлауҙа ғәйепле булыуын танымай, тик зыян күреүсенең тәненә зыян килтереүен генә таный.
Ҡатын бәхәстәрҙә урлаусыны закондың бөтә ҡатылығы буйынса язалауҙы һәм уға енәйәт килтергән матди һәм әхлаҡи зыянды ҡаплауҙы һораған.
Хөкөм ҡарары әлегә законлы көсөнә инмәгән.
фото:Башҡортостан судтарының берләшкән матбуғат хеҙмәте