Йылайыр районында ир ғаиләнең йортон яндырып өс кешене үлтерергә маташыуҙа ғәйепле тип табылды, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәтенән.
Тәфтиш һәм суд билдәләүенсә, быйыл 11 мартта Силәбе өлкәһендә йәшәгән иҫерек ир элекке тормош иптәшен, уның бәләкәй балаһын һәм өләсәһен үлтерергә ҡарар итә.
Иртәнге сәғәт 5-тә барыһы ла өйҙә йоҡлай, тип ул йорттоң ишеген яндыра. Өләсәһе янған ишекте асҡас, ир элекке тормош иптәшен эҙләп өйгә инә.
«Әммә енәйәтсел ниәтен аҙағына тиклем еткерә алмай, сөнки янғынды һүндерергә тип ярҙамға күршеләре килә һәм ир ҡаса. Артабан хөкөм ителеүсе, элекке бергә йәшәгән ҡатындың онлайн-банкына инеп, унан 13 мең һумдан ашыу аҡса урлай. Ул Өфө аэропортында республиканан китергә маташҡанда хоҡуҡ һаҡлаусылар тарафынан тотолған», — тиелә Тәфтиш комитеты белдереүендә.
Суд уны ҡаты режимлы колонияла 9 йыл 6 айға иркенән мәхрүм итеүгә хөкөм итә. Хөкөм ҡарары законлы көсөнә инә.
фото:Башинформ.