Ошо көндәрҙә Мәскәүҙә Рәсәйҙең Закон сығарыусылар советында эшләгән Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев депутат Алексей Локотченконың ҡулға алыныуына аңлатма бирҙе. Ул йәмәғәтселекте төрлө уйҙырмаларҙан тыйылып торорға һәм тикшереү һөҙөмтәләрен көтөргә саҡырҙы.
«Законда суд ҡарары сығарылғансы депутат статусын алып ташлау ҡаралмаған. Вәкәләттәрҙе депутаттың үҙенең теләге менән туҡтатырға мөмкин. Әгәр Алексей Юрьевич ғариза яҙһа, депутаттар уны ҡараясаҡ. Хәтерегеҙгә төшөрәм, уҙған саҡырылыш депутаты Дмитрий Чувилин вәкәләт ваҡыты тамамланғансы тикшереү аҫтында булды», – тине Константин Толкачев.
«Башинформ» Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы хеҙмәткәрҙәренең 1995 йылғы Башҡортостан Республикаһының етенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Алексей Локотченконың хоҡуҡҡа ҡаршы эшмәкәрлеген туҡтатыуы тураһында хәбәр иткәйне. Ул айырыуса ҙур күләмдә ришүәт алыуҙа аралашсы булыуҙа ғәйепләнә. 16 декабрҙә Өфөнөң Совет районы суды уны 2025 йылдың 30 ғинуарына тиклем һаҡ аҫтына алыу тураһында ҡарар сығарҙы.