КЕШЕ ҺӘМ ЗАКОН
14 Декабрь 2024, 15:32

Ҡатын эш эҙләгәндә... ҙур кредитҡа батҡан

   

Ҡатын эш эҙләгәндә... ҙур кредитҡа батҡанҠатын эш эҙләгәндә... ҙур кредитҡа батҡан
Ҡатын эш эҙләгәндә... ҙур кредитҡа батҡан

Өфөнөң Совет районында йәшәүсе ҡатын мессенджерҙа өйҙән һәм яҡшы түләнгән эш тәҡдим иткән ҡатын менән аралашҡандан һуң аҡсаһыҙ һәм ҙур кредиттар менән ҡалды.

Bashnoshki һөйләүенсә, ҡатын бер ни ҙә һиҙмәһен өсөн, уға ялған тест заданиелары ебәрелә һәм шул уҡ хеҙмәт килешеүе күрһәтелә, ә һуңынан телефон номерын «корпоратив» номерға алмаштырыуҙы һорайҙар. Ханым быны эшләй, етмәһә кемдеңдер номерын үҙенең мобиль банк ҡушымтаһына бәйләй.

Һеҙҙең банк иҫәптәрегеҙ тик һеҙҙең номерға ғына бәйле булырға тейеш, тип иҫкә төшөрҙөләр Башҡортостан Эске эштәр министрлығында.

фото:Башинформ.

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас