20 йәшлек ҡыҙҙың үлеме өсөн Әбйәлил районында йәшәүсе яуап бирәсәк.
Башҡортостан судтарының берләшкән матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 2023 йылдың ноябрендә иҫерек егет, водитель таныҡлығы булмауына ҡарамаҫтан, автомобиль руле артына ултырып, дуҫтары менән Хәрби разведчиктар көнөн билдәләргә сығып киткән. Көслө томан шарттарында, тиҙлеген кәметмәйенсә, ул ҡаршы хәрәкәт һыҙатына сығып машинаға төкөй. Аварияла ҡаршы килгән автомобилдең ике пассажиры ауыр тән йәрәхәттәре ала, ә 2003 йылғы ҡыҙ урында уҡ һәләк була.
Судта ғәйепләнеүсе үҙенең ғәйебен өлөшләтә таный, юл-транспорт ваҡиғаһы урынын ҡалдырыу кеүек квалификациялы билдә менән ризалашмай.
Әбйәлил район суды уны 3 йылға водитель таныҡлығынан мәхрүм итеп, 7 йылға иркенән мәхрүм итеүгә хөкөм итә, шулай уҡ мораль зыянды ҡаплауҙы талап итә.
Фото:Ксения Калинина (Башинформ)