Бөгөн Аҡъяр үҙәк район дауаханаһында БР буйынса Эске эштәр министрлығының полиция начальнигы урынбаҫары Радик Шәймөхәмәтов хеҙмәт коллективы менән осрашты.
Радик Имаммөхәмәт улы айырым проблемаларға баҫым яһаны. Бигерәк тә мошенниктарҙың заманса технологиялар файҙаланып халыҡты алдауҙарына, енәйәттәрҙе асыҡлау һәм иҫкәртеүгә иғтибар бүленде. Сөнки мутсылар ҡорбандары артҡандан арта бара.
Барлыҡ мәсьәләләр буйынса фекер алышҡандан һуң, полиция начальнигы урынбаҫары дауахана коллективына хоҡуҡ һаҡлау органдары менән әүҙем хеҙмәттәшлек итеүе өсөн рәхмәт белдерҙе.