Башҡортостанда 300 мең һумға 30-ҙан ашыу кешене алдаған 26 йәшлек мутлашыусы ҡулға алынған.
Ул мессенджер аша вентиляторҙар һәм уйын джойстиктарын арзан хаҡҡа һата, әммә тауарҙы ебәрмәй.
Тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, мутлашыусы 19 йәшлек егеттең банк иҫәбен һәм 18 йәшлек егеттең фото/видеоһын ҡулланған.
Һөҙөмтәлә Хәйбулла районында йәшәгән 26 йәшлек ирҙең һатып алыусыларҙы алдау өсөн йәштәрҙән банк картаһы һәм материалдар һатып алыуы асыҡлана.
Енәйәт эше ҡуҙғатылған. Мутлашыусы ҡулға алынған һәм ғәйебен таныған.
фото:Башинформ.