Бөтә яңылыҡтар
КЕШЕ ҺӘМ ЗАКОН
9 Ноябрь , 10:57

«Бәшмәк йыйырға» килгән ҡатын-ҡыҙ ҡулға алынған

Уға 20 йылға тиклем иркенән мәхрүм ителеү янай

«Бәшмәк йыйырға» килгән ҡатын-ҡыҙ ҡулға алынған
«Бәшмәк йыйырға» килгән ҡатын-ҡыҙ ҡулға алынған

Стәрлетамаҡта бер ҡатын ҡулға алынған. 35 йәшлек ҡатын ҙур күләмдә наркотиктарҙың законһыҙ әйләнешендә ғәйепләнә, тип хәбәр итә Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Полиция хеҙмәткәрҙәренең иғтибарын «Косяковка—Ҡуғанаҡ» арауығында тимер юл янында яңғыҙ торған автомобиль йәлеп итә. Салонда водитель урынында үҙен сәйер тотҡан һәм нимәнәндер шөрләгән ҡатын ултырған. Полиция хеҙмәткәрҙәренә ул бәшмәк йыйырға килгәнен хәбәр итә.

Полиция хеҙмәткәрҙәре гражданды артабан тикшереү өсөн полиция бүлегенең дежур часына алып килә. Тикшереү барышында оперативниктар ҡатын-ҡыҙҙың машинаһында 82 үҫемлек сығышлы матдә менән төргәк таба.

Криминалистик тикшереү эксперттарының һығымтаһына ярашлы, табылған үҫемлек матдәһендә дөйөм ауырлығы 80 грамм самаһы булған «гашиш» наркотик матдәһе бар. Был ҙур күләм, тип аңлаттылар ведомствола.

Полиция хеҙмәткәрҙәре билдәләүенсә, ғәйепләнеүсе аҡса эшләргә ҡарар итә һәм Стәрлетамаҡ биләмәһендә законһыҙ һатыу өсөн интернет аша наркотикка заказ яһай. Наркотиктар һалынған йәшерен урындың ҡайҙалығын белеп, ҡатын тимер юл станцияһы янына килә һәм станция эргәһендәге йәшерен урындан наркотиктарҙы ала.

Әлеге ваҡытта полицияның тәфтиш бүлеге енәйәт эше ҡуҙғатҡан. Статьяның максималь санкцияһы 20 йылға тиклем иркенән мәхрүм итеүҙе күҙ уңында тота.

Фото:пресс-служба Уфимского линейного управления МВД на транспорте

«Бәшмәк йыйырға» килгән ҡатын-ҡыҙ ҡулға алынған
«Бәшмәк йыйырға» килгән ҡатын-ҡыҙ ҡулға алынған
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: