КЕШЕ ҺӘМ ЗАКОН
9 Ноябрь 2024, 05:51

Ҡатынды балаларҙың аҡсаһын үҙләштереүҙә ғәйепләйҙәр

   

Ҡатынды балаларҙың аҡсаһын үҙләштереүҙә ғәйепләйҙәрҠатынды балаларҙың аҡсаһын үҙләштереүҙә ғәйепләйҙәр
Ҡатынды балаларҙың аҡсаһын үҙләштереүҙә ғәйепләйҙәр

Мәсетле районында прокуратура материалдары буйынса опекунға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған. Башҡортостан прокуратураһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 2016 йылдың майында урындағы ҡатын  ике баланы үҙ ғаиләһенә алған. Балаларға ай һайын социаль пособие түләнгән.

2023 йылдың ғинуарынан декабренә тиклем ҡатын уларҙың иҫәбенән бәлиғ булмағандарҙың ихтыяждарын тәьмин итеү менән бәйле булмаған шәхси маҡсаттарға, шул иҫәптән үҙенең кредит йөкләмәләрен ҡаплауға һәм яҡын туғандарына күсереүгә 490 мең һумдан ашыу аҡса күсерә.

«Прокуратура енәйәт эшен ҡарау мәсьәләһен хәл итеү өсөн тикшереү материалдарын алдан тикшереү органына ебәрҙе. "Үҙләштереү һәм растрата" статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылды», — тип хәбәр иттеләр ведомствонан.

Фото:Ксения Калинина (Башинформ)

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас