КЕШЕ ҺӘМ ЗАКОН
7 Ноябрь 2024, 15:54

Бур тотолған

27 йәшлек егет автомобиль урлауҙа ғәйепләнә

Бур тотолғанБур тотолған
Бур тотолған

Башҡортостанда полиция хеҙмәткәрҙәре автомобиль урлауҙа ғәйепләнеүсене ҡулға алған. Салауат ҡалаһында билдәһеҙ кеше "Лада Приора"ны йорт ихатаһынан урлай.

Полиция хеҙмәткәрҙәре енәйәт урынын ентекләп ҡарай һәм видеокүҙәтеү камераларын тикшерә. Видеояҙмаларҙа ирҙең төндә автомобиль янына килеп, капотты асып, руль артына ултырып китеүе күренә.

Оператив-эҙләү сараларын үткәргән енәйәт эҙләү хеҙмәткәрҙәренең грамоталы эшмәкәрлеге арҡаһында урлаусы баш ҡалабыҙ Өфөлә тотола.

Ул бер нисә тапҡыр хөкөм ителгән һәм федераль розыскта булған 27 йәшлек егет булып сыға. Ул ҡылған енәйәтен таный.

"Һаҡ булығыҙ, автомобилгә сигнализация ҡуйығыҙ һәм машинағыҙҙы оҙаҡ ваҡыт ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ!" - тип иҫкәртәләр Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығында.

Видео:Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас