Бөтә яңылыҡтар
КЕШЕ ҺӘМ ЗАКОН
6 Ноябрь , 14:15

Дәүләт Думаһында ҡатын-ҡыҙҙар өсөн пенсия йәше тураһында закон проекты ҡарала

-

Дәүләт Думаһында ҡатын-ҡыҙҙар өсөн пенсия йәше тураһында закон проекты ҡарала
Дәүләт Думаһында ҡатын-ҡыҙҙар өсөн пенсия йәше тураһында закон проекты ҡарала

Рәсәйҙең Закон сығарыусылар советы Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы әҙерләгән «Страховка пенсиялары тураһында»ғы Федераль закондың 5-се ҡушымтаһына үҙгәрештәр индереү тураһында» федераль закон проектын хупланы һәм уны Дәүләт Думаһына индерергә тәҡдим итте. Был хаҡта республика парламентының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев һүҙҙәренсә, закон проекты дәүләт һәм муниципаль идаралыҡта эшләгән ҡатын-ҡыҙҙарҙы пенсия менән тәьмин итеүгә ҡағыла. Ошо категорияға ҡараған хеҙмәткәрҙәрҙең пенсия хоҡуҡтары ҡыҫырыҡлана. 2023 йылдан илебеҙҙә ҡартлыҡ буйынса страховка пенсияһы ир-егеттәргә – 65, ә ҡатын-ҡыҙҙарға 60 йәштән тәғәйенләнә. Шул уҡ ваҡытта «Страховка пенсиялары тураһында» Федераль закондың 5-се ҡушымтаһында үрҙә әйтелгән категория ҡатын-ҡыҙҙары өсөн пенсияға сығыу йәше түбәндәгесә билдәләнгән: 2024 йылда – 61 йәш, 2025 йылда – 62 йәш, 2026 йылдан башлап – 63 йәш. Был Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына ҡаршы килә. Башҡортостан депутаттары ошо норманы яңынан ҡарарға тәҡдим итте.

Шулай итеп, закон проекты ҡатын-ҡыҙҙарға – дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәргә ҡартлыҡ буйынса страховка пенсияһын 63 йәштә түгел, ә 60 йәштә тәғәйенләү хоҡуғын күҙ уңында тота.

Бынан алдараҡ «Башинформ» Башҡортостанда дәүләт милкен хосусилаштырыуҙың яңы ысулын билдәләгән закон ҡабул итеүҙәре хаҡында яҙғайны.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-11-06/zakonoproekt-bashkirii-o-pensionnom-vozraste-dlya-zhenschin-rassmotryat-v-gosdume-3997230

Автор:Роман Якимчук
Автор:
Читайте нас: