КЕШЕ ҺӘМ ЗАКОН
3 Ноябрь 2024, 13:08

Сибайҙа йәшәүсе ир ҡатынды урлауҙа ғәйепләнә

   

Сибайҙа йәшәүсе ир ҡатынды урлауҙа ғәйепләнәСибайҙа йәшәүсе ир ҡатынды урлауҙа ғәйепләнә
Сибайҙа йәшәүсе ир ҡатынды урлауҙа ғәйепләнә

Ҡатын-ҡыҙҙы урлауҙа ғәйепләнгән Сбай кешеһе СИЗО-ла ҡаласаҡ. Был хаҡта Башҡортостан судтарының берләшкән матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр. Инстанция мәғлүмәттәре буйынса, 1 ноябрҙә Әбйәлил район суды ғәйепләнеүсе С.Ғүмәровҡа һаҡ аҫтына алыу сараһын оҙайтты.

«Тәфтиш органдары ирҙе 2024 йылдың йәйендә Дауыт ауылына килеп, тәҙрә быялаһын ватып, урындағы ҡатындың өйөнә инеүҙә ғәйепләй. Ул ҡатынды тотоп алған һәм уның ихтыярына ҡаршы, көс ҡулланыу менән янап, автомобиленә ултыртып, Сибайға алып киткән», — тип хәбәр иттеләр судта.

фото:Башҡортостан судтарының берләшкән матбуғат хеҙмәте

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас