Стәрлетамаҡта бер төркөм йәштәр граждандың гаражының стенаһын емереп, ВАЗ-21099 автомобилен урлай. Полиция хеҙмәткәрҙәре дүрт ғәйепләнеүсене - 18, 19, 20 һәм 22 йәшлек ҡулға алған.
Асыҡланыуынса, йәштәр урланған автомобилде икенсе гараж кооперативы территорияһына алып барып, запас частарға һата. Һатып алыусыларҙы автомобиль ғәйепләнеүсенең ҡартатаһыныҡы тип ышандыралар. Уларға ҡарата «урлашыу» статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.