Учалы районында Силәбе өлкәһенән өс ағай-эне һыйырҙарҙы урларға маташҡан. Ир-егеттәрҙе Иҫке Муйнаҡ ауылы янында ҡулға алалар.
«Полиция хеҙмәткәрҙәре уларҙы һыйырҙарҙы «Газель»ға тейәгәндә таба. Баҡтиһәң, ағалы-ҡустылыларҙың береһе Башҡортостанда булған һәм ирекле көтөүҙә йөрөгән малдарҙы күргән. Полиция хеҙмәткәрҙәре асыҡлауынса, быға тиклем өлкән ағалары 5 баш эре мөгөҙлө мал урлаған булған», — тип хәбәр иттеләр полициянан.
Ғәйепләнеүселәргә ҡарата «урлауға маташыу» һәм «урлау» статьялары буйынса енәйәт эштәре ҡуҙғатылған. Һыйырҙарҙы хужаһына кире ҡайтаралар, ә автомобилде махсус туҡталҡаға ҡуялар.
фото:Башинформ.
