Сибайҙа ир иҫерек килеш машина йөрөткән өсөн «Мерседес Бенц» автомобиленән мәхрүм ителгән. Хөкөм ҡарарын урындағы суд сығарған. Башҡортостан прокуратураһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, быйыл августа иртә таңдан иҫерек ир үҙенең «Мерседес Бенц 260» автомобиленә ултырып, "эш" буйынса сығып киткән, әммә ГАИ хеҙмәткәрҙәре уны туҡтатҡан.
Баҡтиһәң, ул быға тиклем дә административ яуаплылыҡҡа тарттырылған булған. Суд иргә транспорт саралары менән идара итеү менән бәйле эшмәкәрлек менән шөғөлләнеү хоҡуғынан 2 йыл 6 айға мәхрүм итеп, 180 сәғәт мотлаҡ эш төрөндәге яза тәғәйенләй, шулай уҡ сит ил машинаһын тартып ала.
Фото:Ксения Калинина (Башинформ).