Бөтә яңылыҡтар
КЕШЕ ҺӘМ ЗАКОН
4 Октябрь , 10:27

Башҡортостандың элекке транспорт министры үҙ ғәйебен таныны

      

Башҡортостандың элекке транспорт министры үҙ ғәйебен таныны
Башҡортостандың элекке транспорт министры үҙ ғәйебен таныны

Башҡортостандың элекке транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов судҡа тиклемге килешеү төҙөнө һәм икенсе фигурант тураһында мәғлүмәттәр бирҙе. Был хаҡта судтағы тәфтишсегә һылтанма менән РИА Новости телеграм-каналында хәбәр ителә. Май айында ҡулға алынған экс-чиновник ришүәт алыуҙа ғәйебен таныны, тиелә унда.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, тәүтикшереү барышында Александр Клебановтың транспорт һәм юл хужалығы министры, «Башкиравтодор» акционерҙар йәмғиәтенең директорҙар советы ағзаһы булған ваҡытта «Киви» йәмғиәте етәкселегенән дөйөм ҡурсалау өсөн 5 миллион һум ришүәт алыуы асыҡланды. Элекке чиновник 7 октябргә тиклем өйҙә һаҡ аҫтында ултыра.

Хәбәр иткәнебеҙсә, Тәфтиш комитеты Башҡортостандың вице-премьеры вазифаһын башҡарыусы Алан Марзаевҡа ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатты.

Автор:Дарья Субботина

Фото:Рәсәйҙең Башҡортостан буйынса тәфтиш комитеты

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы,
Читайте нас: