КЕШЕ ҺӘМ ЗАКОН
19 Сентябрь 2024, 10:50

Эш биреүсе законһыҙ рәүештә эштән сығарһа, нимә эшләргә?

-

Эш биреүсе законһыҙ рәүештә эштән сығарһа, нимә эшләргә?Эш биреүсе законһыҙ рәүештә эштән сығарһа, нимә эшләргә?
Эш биреүсе законһыҙ рәүештә эштән сығарһа, нимә эшләргә?

💼 Эш биреүсе законһыҙ рәүештә эштән сығарһа, нимә эшләргә? Башҡортостан Республикаһы буйынса Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы белгестәре аңлата.

❌ Ойошманы бөтөрөү йәки шәхси эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген туҡтатыу осраҡтарынан тыш, эш биреүсе үҙенең башланғысы менән:

- йөклө ҡатындар;
- өс йәшкә тиклемге балаларҙың әсәләре;
- әгәр улар ғаиләне берҙән-бер ҡараусы булһа һәм ғаиләлә өс һәм унан күберәк бәләкәй бала һәм уларҙың береһе өс йәштән кесерәк булһа, күп балалы ата-әсәләр;
- өс йәшкә тиклемге баланы ҡарау буйынса отпускылағы ата-әсәләр;
- 14 йәшкә тиклемге балаларҙың йәки 18 йәшкә тиклемге инвалид баланың яңғыҙ ата-әсәһе;
- 18 йәшкә тиклемге инвалид баланы яңғыҙ ҡараусы хеҙмәткәр;
- хеҙмәткәр отпускыла йәки дауаханала булһа, хеҙмәт килешеүен өҙә алмай.

📝 Шулай булыуға ҡарамаҫтан, һеҙҙе законһыҙ эштән сығарһалар, судҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк. Әгәр дәғүә яҙырға ярҙам кәрәк булһа:

- 8 (800) 707-88-41 һандары буйынса Хеҙмәт һәм мәшғүллек буйынса федераль хеҙмәттең тәүлек әйләнәһенә эшләгән ҡыҙыу линияһына йәки 8 (347) 277-87-02 һандары аша Башҡортостан Республикаһында хеҙмәт хоҡуҡтарын боҙоу буйынса ҡыҙыу линияға шылтырата алаһығыҙ;

онлайнинспекция.рф порталы аша, электрон почтаға (git03@rostrud.gov.ru) йәки 450059, Башҡортостан Республикаһы, Өфө ҡалаһы, Оло Граждан урамы, 24 адресы буйынса ялыу ебәрә;

- Өфө ҡалаһы, Оло Граждан урамы, 24 адресы буйынса Башҡортостан Республикаһы буйынса Дәүләт хеҙмәт инспекцияһына шәхси ҡабул итеүгә яҙыла алаһығыҙ. Телефоны: 8 (347) 277-87-09

📆 Шәхси ҡабул итеүҙәр графигы:
- дүшәмбе-кесаҙна — Өфө ваҡыты буйынса сәғәт 9-ҙан 18:00 сәғәткә тиклем;
- йома — сәғәт 9-ҙан 17 сәғәт 45 минутҡа тиклем.
- тәнәфес — 13:00 сәғәттән 13 сәғәт 45 минутҡа тиклем.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:
Читайте нас