Өфөнөң Киров район суды “БР Юл хужалығы идаралығы” дәүләт ҡаҙна учреждениеһы етәксеһенең элекке урынбаҫары Илшат Ишморатовҡа хөкөм ҡарары сығарҙы. Ул айырыуса ҙур күләмдә ришүәт алыуҙа ғәйепле тип табыла һәм уға 4,5 миллион һум штраф һалына.
Бынан алда тәфтишселәр хәбәр итеүенсә, чиновник 2021 йылдың февраленән 2024 йылдың февраленә тиклем коммерция компанияһы вәкилдәренән бер нисә тапҡыр ришүәт алған. 100 меңдән бер миллион һумға тиклем ришүәтте ул шәхсән үҙе лә, аралашсы аша ла алған.
Белеүебеҙсә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡаҙнаны талаусыларға һәм дәүләт аҡсаһын урлаусыларға ҡарата ҡәтғилеген даими белдерә һәм үҙ командаһында ла ундайҙарға урын булмаясағын йыш ҡабатлай. Республика етәксеһе власть органдарын намыҫһыҙ хеҙмәткәрҙәрҙән таҙартыу йәһәтенән хоҡуҡ һаҡлаусылар менән тығыҙ бәйләнештә эшләй. Бынан ары ла шулай буласаҡ.
Фото: https://t.me/rbc_ufa/5631