Бындай башланғыс менән Дума депутаты Зариф Байғусҡаров сыҡты. Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса Талҡаҫ бысрана. Июнь айында һыу сифаты насар булыу сәбәпле "Орленок" балалар лагерының пляжына санитар документтар бирелмәне. Быға тиклем Республика Хөкүмәтендә Талҡаҫ һәм Граф күлдәрендә туристик кластер булдырырға тәҡдим ителде.