Бөтә яңылыҡтар
КЕШЕ ҺӘМ ЗАКОН
19 Август 2024, 15:35

Дәүләт Думаһы Башҡортостандың яңғыҙ кешеләрҙе мутлашыусыларҙан яҡлау тураһында закон проектын ҡарай

-

Дәүләт Думаһы Башҡортостандың яңғыҙ кешеләрҙе мутлашыусыларҙан яҡлау тураһында закон проектын ҡарай
Дәүләт Думаһы Башҡортостандың яңғыҙ кешеләрҙе мутлашыусыларҙан яҡлау тураһында закон проектын ҡарай

Сентябрҙә Дәүләт Думаһы күсемһеҙ милек менән килешеү төҙөгәндә яңғыҙ кешеләрҙе мутлашыусыларҙан яҡлауға йүнәлтелгән закон проектын ҡарай. Документты Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаттары әҙерләп, федераль парламентҡа индергән.

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев һүҙҙәренсә, закон проекты фатирҙы бүләк итеү килешеүҙәрен рәсмиләштергәндә мутлашыусыларҙан яҡлауҙы күҙ уңында тота. Яҡын туған булмаған кешеләр менән төҙөлгән бүләк итеп биреү килешеүҙәрен мотлаҡ нотариаль раҫларға тәҡдим ителә.

Ғәмәлдәге бүләк итеү тәртибе күп функциялы үҙәктә тейешле ҡағыҙҙарға ҡул ҡуйыуға ғына ҡайтып ҡала. Был иһә мутлашыусыларға һаулығы ҡаҡшаған яңғыҙ ҡарттарҙы, шулай уҡ наркотиктарға һәм алкоголизмға бәйлелектән яфаланған граждандарҙы алдарға мөмкинлек бирә.

Бынан алдараҡ проект Рәсәй Закон сығарыусылар советының ыңғай һығымтаһын алды. Дәүләт Думаһының дәүләт төҙөлөшө һәм ҡануниәт буйынса комитеты ла документты хупланы.

«Башинформ» Башҡортостанда уҡыусыларға дәрес ваҡытында кеҫә телефондарын ҡулланыу тыйылыуы тураһында хәбәр иткәйне. Мәғариф тураһындағы республика законына тейешле үҙгәрештәр индерелде.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-08-19/gosduma-rassmotrit-zakonoproekt-bashkirii-o-zaschite-odinokih-lyudey-ot-moshennikov-3890675

Автор:
Читайте нас: