Бөтә яңылыҡтар
КЕШЕ ҺӘМ ЗАКОН
3 Август 2024, 11:08

Эттәрегеҙҙе бәйҙә тотоғоҙ!

Башҡортостан Республикаһында эттәрҙе урамда йөрөтөүгә яңы талаптар һәм штрафтар индерелде

Эттәрегеҙҙе бәйҙә тотоғоҙ!
Эттәрегеҙҙе бәйҙә тотоғоҙ!

«Башҡортостан Республикаһында йәмәғәт тәртибен һаҡлау тураһында»  законға һәм эттәрҙе урамда йөрөтөү ҡағиҙәләренә ҡағылышлы административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында республика кодексына үҙгәрештәр үҙ көсөнә инде.

Йәмәғәт урындарында 30 сантиметрҙан бейегерәк эттәр морондоҡта йәки бер метрҙан да оҙонораҡ булмаған бәйҙә булырға тейеш. Ирекле йөрөү тик махсус урындарҙа ғына рөхсәт ителә. Был ҡағиҙә күреү һәләте буйынса инвалидтарҙы оҙатып йөрөүсе өйрәтелгән эттәргә генә ҡағылмай.

Потенциаль хәүефле эттәр өсөн айырым тәртип ҡаралған. Бындай эттәр хужаһының кәртәләнгән территорияһында ғына иркен йөрөй ала, шулай уҡ унда инеү урынында иҫкәртеү булырға тейеш. Башҡа урындарҙа бындай эт тик морондоҡта һәм бәйҙә генә йөрөргә тейеш. Оҙатыусыға 14 йәштән дә кәм булмаҫҡа тейеш. Бер оҙатыусы бер генә потенциаль хәүефле этте йөрөтә ала.

Был ҡағиҙәләрҙе боҙоу республиканың административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексының яңы положениеларында ҡаралған яуаплылыҡҡа килтерә. Яза сифатында граждандар, вазифалы һәм юридик шәхестәр өсөн дифференциаль күләмдә штрафтар ҡаралған. Санкцияның минималь күләме дүрт тапҡырға, 500 һумдан 2 мең һумға тиклем, максималь күләме ике тапҡырға, 2 меңдән 4 мең һумға тиклем арттырылған.

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: