Бөтә яңылыҡтар
КЕШЕ ҺӘМ ЗАКОН
2 Август 2024, 20:11

18 миллион һумға яҡын аҡса күсергәндәр

Башланғыс кластар уҡытыусыһы мутлашыусылар тоҙағына эләккән

18 миллион һумға яҡын аҡса күсергәндәр
18 миллион һумға яҡын аҡса күсергәндәр

Башҡортостанда йәшәүселәр мутлашыусыларға 18 миллион һумға яҡын аҡса күсергән Һуңғы тәүлектә 34 мутлашыу осрағы теркәлгән.

Мутлашыусылар Өфөнән 49 йәшлек ҡатын менән бәйләнешкә сыҡҡан. Башланғыс кластар уҡытыусыһына улар үҙҙәрен ҡатын эшләгән мәктәптең директоры һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәре тип таныштыра. Мутлашыусылар ҡатынды, йәнәһе, уның исеменә кредит бирелмәһен өсөн аҡсаларын һаҡлап ҡалыу маҡсатында 2 миллион һумға яҡын аҡсаһын «хәүефһеҙ» иҫәпкә күсерергә ышандырған. Банк хеҙмәткәре үҙ аҡсаһын мутлашыусыларға күсерергә йыйынған ҡатынды туҡтатырға өлгөрә. Был мутлашыу осрағы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. 

Автор: Дарья Субботина

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: