Башҡортостандың ҡаты режимлы колонияларының береһендә ултырған Әмир Ғәбдрәхимовҡа (исем-фамилияһы үҙгәртелде – редакцияның иҫкәрмәһе) 30 йәш тә тулмаған, әммә егет инде бер нисә йыл төрмәлә ултыра. Йәштәрҙең карьера яһаған, күсемһеҙ милек һатып алған, ғаилә төҙөгән, балалар тәрбиәләгән ваҡытын ул төрмәгә алмаштырған. “Башинформ” журналисы Ксения КАЛИНИНА менән әңгәмәлә хөкөм ителеүсе бәхетһеҙ осраҡ арҡаһында донъяға ҡарашының нисек үҙгәреүе, карьера пландарының емерелеүе, тормошоноң “ошо осраҡҡа тиклем” һәм “ошо осраҡтан һуң”ға бүленеүе тураһында һөйләне.
“БЕР БУРЫС”
Әмир ябай ауылда, күмәк балалы ғаиләлә тыуған. Үҫә, мәктәптә уртаса уҡый, хулиган була, футбол менән шөғөлләнә. Үҫмер сағында атаһы икенсе ғаиләгә сығып китә. ”Үҫкәс, әсәйемә ярҙам итермен, уға таяныс булырмын“, – тип уйлай Әмир. Мәктәптән һуң автомеханик һөнәренә уҡый башлай, ваҡыты-ваҡыты менән аҙыҡ-түлек ташыусы булып аҡса эшләй. Һуңыраҡ сауҙа вәкиле булараҡ, клиенттар базаһын төҙөй, тауар һата.
“Дингә ҡарата һәр ваҡыт битараф булдым, шулай ҙа сусҡа итен ашаманым. Мәсеткә лә йөрөмәнем. Алдымда бер генә бурыс тора ине: эшләп, үҙемдең бизнесымды асырға, тик бер мәл барыһы ла үҙгәрҙе”, – ти хөкөм ителеүсе.
“ЯҢЫ ФЕКЕРҘӘР ҺЕҢДЕРҘЕ”
Әмир күршеһенә өйөн төҙөргә ярҙам иткән. Бер ваҡыт ул яңылыш ҡолап китә һәм, 200 килограмлыҡ бетон улаҡ емерелеп, биш метр бейеклектән башынан бер нисә сантиметр ғына алыҫлыҡҡа барып төшә.
“Ныҡ ҡурҡтым, саҡ иҫән ҡалдым. Шул ваҡыт Ришат ағайым (әсәһенең өс туған ағаһы, өлкән өс бала атаһы – редакцияның иҫкәрмәһе) ошо хәлде күрҙе лә: “Һин тыуырмынмы-юҡмы икән, тип уйламағанһың, ә донъяға килгәнһең. Был осраҡта ла һинең үлергә теләгең бармы-юҡмы икәнен бер кем дә һорамаясаҡ. Ошо турала уйла!” – тине. Ағайым – мосолман, 15 йәшенән алып дин юлында. Ул миңә яңы уй-ниәттәр һеңдерә, дини темаларға этәрә башланы: мин өйрәнә, уҡый, күберәк белә башланым, йома көндәрендә мәсеткә йөрөнөм, намаҙ уҡыным”, – тип һөйләй ул.
Шул уҡ ваҡытта Әмирҙең шәхси тормошо ла алға бармай. Эш һәм әңгәмәләр генә күңелен йыуата...
“Ағайым менән дини темаларға йышыраҡ һөйләшә башланыҡ. Ул мәктәптә ҡарауылсы булып эшләй, ә мин уға аралашырға бара торғайным. Шундай осрашыуҙарҙың береһендә уның менән һөйләшеүҙе күҙәтеү камераһы теркәгән. Баҡтиһәң, туғанымдың артынан күптән күҙәтеү алып барылған. Мин дини әңгәмәләребеҙҙең ни тиклем законлы йәки законһыҙ булыуын белмәй инем. Мәктәпкә килеп, унан залдың асҡысын алам да 30 минут-бер сәғәт самаһы һөйләшә торғайныҡ. Аңламаған ҡайһы бер мәлдәрҙе лә унан һорай инем. Нимә тураһында һөйләшкәнебеҙҙе әйтмәйем. Теләгем дә юҡ... Башҡа кешеләр ҙә килә торғайны. Йыйылыштарҙа ағайым, беҙгә китап уҡырға биреп, һуңынан мәғәнәһен аңлата ине. Асылда, бөтә китап беҙгә, йәш кешеләргә аңлайышһыҙ булды. Быларҙың барыһы ла ярты йыл дауам итте…” – тип һөйләй Әмир.
“ҠАТНАШЫУСЫЛАР”
Оҙаҡ та үтмәй, Ришат ағайымды һәм уның танышын ҡулға алдылар: уларҙа тыйылған китаптар тапҡандар. Һуңынан Әмиргә лә тентеү менән килгәндәр.
“Минең өйөмдә лә төрлө китап, иҫке гәзиттәр бар ине. Улар Рәсәйҙә тыйылған "Хизб ут-Тахрир әл-Ислами"* ойошмаһына бәйле булып сыҡты. Уларҙы тентеү ваҡытында таптылар”, – тип билдәләне хөкөм ителеүсе.
Ул тикшереү органдары менән хеҙмәттәшлек итеүгә бармай, сөнки бер ниндәй ҙә насар хәл булмаҫ, тигән фекерҙә була. Һөйләшеүҙәрҙән һуң иреккә сығарырҙар, тип уйлай, әммә бер айҙан һуң Әмирҙе лә ҡулға алалар.
”Мине алып китеп, һорау алырҙар ҙа ебәрерҙәр тип уйланым. Һөҙөмтәлә мине ҡулға алырға килделәр ҙә иртәгәһенә лә, алдағы йылдарҙа ла ебәрмәнеләр”, – тип һөйләй ул.
Әмир әйтеүенсә, ул ағаһы тураһында дини кеше булараҡ ҡына белгән, әммә хоҡуҡ һаҡлаусыларға икенсе мәғлүмәт – йыйылыштарҙың ҡайҙа һәм ҡасан үткәрелеүе, уларға кемдәрҙең килеүе, ниндәй иерархия, нисә уҡыусы барлығы, берәйһен нимәгәлер йәлеп итәләрме икәнлеген белергә кәрәк булған.
“Экспертиза мәғлүмәттәре буйынса, беҙ “ҡатнашыусы” кешеләр инек. Тикшереү оҙаҡ – бер йыл да ете ай, һуңынан суд өс йылдан ашыу барҙы. Йәшерен шаһиттар әйтеүенсә, беҙ ант биргәнбеҙ, ошо хәлдең датаһын, урынын атағанбыҙ. Һөҙөмтәлә суд туғыҙ йылға ҡаты режимлы колонияға ебәрергә хөкөм ҡарары сығарҙы. Миңә уңыш йылмайҙы тиһәм дә була, сөнки башҡаларға 12 йылдан күберәк бирҙеләр, ағайыма – 19 йыл. Әйткәндәй, ул хөкөм ителгән ваҡытының бер өлөшөн минең менән ошо колонияла үткәрә”, – тип фекерҙәрен уртаҡлашты хөкөм ителгән егет.
“ӨМӨТТӘРҘЕ АҠЛАМАНЫМ”
Әмир РФ Енәйәт кодексының 205.5-се статьяһы буйынса ғәйепләнә (террор ойошмаһы эшмәкәрлеген ойоштороу һәм уның эшмәкәрлегендә ҡатнашыу). Ул бер ҡасан да тотҡонлоҡ менән килешә алмаҫмын тип уйлай, әммә хәҙер инде өйрәнгән, рәшәткәләргә һәм ҡаты режимға күнеккән, тегеү цехында эшләй башлаған. Ҡайһы берҙә аңламаһа ла ғәрәп телендә Ҡөрьән уҡый, шулай ул үҙен тынысландыра. Колонияла ғибәҙәт ҡылыу бүлмәһе бар, тик Әмир унда йөрөмәй.
“Ошондай хәл бына нимәгә алып килде. Яңғыҙым доға ҡылам. Намаҙ уҡыйым, ураҙа тотам – быларҙы үҙем өсөн эшләйем, – тип фекерен уртаҡлаша ул. Ғаиләмдең мине һәр ваҡыт яҡлауы күңелемде йылыта. Әммә мин әсәйемде, туғандарымды тәьмин итәһе, таяныс һәм яҡлаусы булаһы урынына, киреһенсә, уларҙың миңә ярҙам итеүе үҙәгемде өҙә. Мин өмөттәрҙе аҡламаным, яңылыш аҙым яһаным, кәрәкмәгән кешеләр менән бәйләнешкә индем, ошо хәл мине эстән ашай...”
“Дини грамоталылыҡ – өҫтөнлөктә”
Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назаратынан Рәсәй Федераль яза башҡарыу хеҙмәте менән эшләү буйынса яуаплы Инсаф хәҙрәт Искәндәров йәштәрҙең өлкән быуын кешеләренең йоғонтоһона бирелеүенә ышана, сөнки был генетик кимәлгә һалынған. Әгәр оло кеше, үҙен итәғәтле тотоп, тыныс, тигеҙ, ышаныслы тауыш менән һөйләшә, сәләмәт тормош алып бара, тәмәке тартмай һәм эсмәй, өлгөлө ғаилә башлығы икән, ул автомат рәүешендә был донъяла тормоштоң мәғәһен тапмағандар, үҙ-үҙен эҙләгәндәр өсөн абруй булып тора.
“Ололарҙы хөрмәт ит, кеселәрҙе рәнйетмә. Был - традицион дөрөҫ тәрбиә, ул әхлаҡ нормаларына ла, Аллаһ ҡанундарына ла ҡаршы килмәй. Хөкөм ителеүсе ағаһына килгән осраҡта ла ошо һиҙелә. Уның эргәһендә ир-ат абруйы булмай, шуға ла туғаны ошо урынды биләй, кәрәк ваҡытта мөһим һүҙҙәрҙе таба, – тип аңлата ул. – Төп бәлә – дин тураһында ваҡытында дөрөҫ белем алмау һәм мәғлүмәттең булмауы. Әгәр Әмирҙең ата-әсәһе, бала сағынан уҡ Аллаһ ҡанундарын аңлатып, үҫмер үҙ сиратында уларҙы үҙенә һеңдерә барһа, бындай хәлдән ҡотолорға мөмкин булыр ине, әммә булған хәл – үткән хәл. Секталарға, тыйылған ойошмаларға йәлеп итеүселәр, йәш кешеләрҙең асыҡ күңелен тойоп, шунда үҙ игенен сәсә һәм һуңынан ул шытып сыға башлай. Шул саҡта “ҡатнашыусының” кинәт кенә йәшәү мәғәнәһе барлыҡҡа килә: тик улар айыҡ аҡыл менән башлаһа ла, насар хәлдә тамамлай”.
Инсаф хәҙрәт Искәндәров фекеренсә, кешеләрҙе йәлеп иткән бер принцип – ҙур һандар законы буйынса эшләй. Маркетинг алымдарын ҡулланалар.
“Бер үк мәғлүмәтте 100 кешегә һөйләйҙәр, шуларҙың 20-һе тыңлай, һәм 2-4 кеше шул юлдан китә. Бындай кеше күптәргә бер үк нимәне һөйләй һәм кем ҡармаҡҡа эләгә, шул ысҡынмай инде. Был эш шулай алып барыла, – тип аңлата ул. – Көслө иҫкәртеү эшмәкәрлеге, төрлө структураларҙың үҙ-ара эш итеүе кәрәк. Йәштәр менән һөйләшергә, аңлатырға, өйрәтергә кәрәк, шул саҡта ғына беҙ күптәрҙе ошо фажиғәләрҙән һаҡлап алып ҡаласаҡбыҙ. Төрлө деструктив, “ялған” ислам төркөмдәренә эләкмәҫ өсөн, өс әйбер кәрәк. Беренсеһе – дини грамоталылыҡ. Ошо турала белем ислам университеттарында һәм колледждарында, мәҙрәсәләрҙәге йәкшәмбе курстарында бирелә. Икенсеһе – үҙ йолаларыңды белеү. Был бала саҡтан ғаиләлә үк һалына. Өсөнсөһө – тарихты белеү. Әгәр кеше белемле булһа, бер ниндәй радикализм, экстремизм, терроризм булмаясаҡ”.
"Үҙеңдең берҙәйлегеңде эҙләгәндә"
Рәсәй Федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы психология хеҙмәтенең өлкән психологы, эске хеҙмәт капитаны Татьяна Опрокиднева, экстремистик һәм террористик ойошмаларға йыш ҡына тотороҡһоҙ эмоциональ хәлдә булған, үҙ-үҙен түбән баһалаған һәм төрлө йоғонтоға тиҙ бирелгән кешеләр йәлеп ителә, тип иҫәпләй.
“Улар - йыш ҡына ауыр тормош күргән, социаль мөхит менән бәйләнеше боҙолған кешеләр. Улар яңғыҙ, шуға ла йәмғиәттә берҙәмлек тойғоһон эҙләй. “Вербовщиктар”, ғәҙәттә, яҡшы психологтар, улар кешеләрҙең ихтыяждарын нескә тоя белә. Шулай уҡ кәрәкле ярҙам, тормошта рухи маҡсат бирәләр”, – тине психолог.
Уның фекеренсә, бындай ойошмаларға йыш ҡына үҫмерлек максимализмы, ғәҙеллек тойғоһо өҫтөнлөк иткән йәштәрҙе йәлеп итәләр. Бындай кешеләр үҙенең берҙәйлеген эҙләй. Уларға манипуляцияға тиҙ бирешкән тотороҡһоҙ психика хас.
“Стресс кимәле юғары булған һайын, кеше йоғонтоға шул тиклем тиҙерәк бирешә, шуға күрә төп кәңәш – үҙеңә ҡарата иғтибарлыраҡ булыу, үҙеңдең хистәреңде һәм ихтыяждарыңды ишетә белеү. Эске проблемалар, аңлашылмаусанлыҡтар һәм борсолоуҙар тыуғанда, яҡындарыңдан ярҙам һорау йәки белгескә мөрәжәғәт итергә өйрәнеү мөһим. Тәнҡитле фекерләүҙе үҫтереү шулай уҡ тирә-яҡтағыларҙың деструктив йоғонтоһона әҙерәк бирелергә һәм "вербовщиктар"ҙың хәйләләренә эләкмәҫкә ярҙам итәсәк”, – тип билдәләне Татьяна Опрокиднева.
“Яҡшы иҫкәртеү кәрәк”
Билдәле Өфө адвокаты Роман Петров фекеренсә, террористик статьялар буйынса квалификацияланған һәр енәйәт – төркөмгә инеү, ҡатнашыу, финанслау, ҡораллы формированиелар, ярҙам итеү – айырыуса ауыр тип һанала. Улар дәүләткә һәм йәмғиәткә ҡаршы енәйәттәр булып тора. Ошондай енәйәттәр өсөн ғүмерлеккә иректән мәхрүм итеүгә тиклем яза ҡарала.
“Ошо рәүешле йәмғиәт иң ҡурҡыныс енәйәтселәрҙән һаҡлана. Шулай уҡ үлем язаһы ла бар. Ул РФ Енәйәт кодексында ҡаралған. Был язаны бер кем дә юҡҡа сығармаған, тик уға ваҡытлыса мораторий индерелгән. Уны теләһә ҡайһы ваҡытта алып ташларға мөмкин, – тип иғтибарҙы йүнәлтә адвокат. – Ғәмәлдә күп кенә бәлиғ булмағандарҙың йәлеп ителеүен күрәм, сөнки мейеләре нығынып бөтмәгән. Уларға деструктив идеяларҙы һеңдереү еңелерәк. Һуңынан улар митингыларға бара, барыһы ла ошо бәләкәй аҙымдарҙан башлана. Көнсығыштан килгән терроризм ғына түгел, коммунистик терроризм да, нацизм да бар. Бында ата-әсәләрҙең балаларына иғтибарлыраҡ булыуы, уларҙың кәйефен баһалап тороуы мөһим. Әгәр ниндәйҙер символиканы, мәҫәлән, тыйылған дәүләттең ҡара флагтарын, йәки уның тарих менән генә мауығып ҡалмауын, ә немец ғәскәрҙәренең роленә тәрәнгә төшөп китеүен күрһәгеҙ, иғтибар итегеҙ, асыҡлыҡ индерегеҙ, әңгәмәләшегеҙ”.
Террористик һәм экстремистик статьялар буйынса ауыр хөкөмдәр, ғәҙәттә, үҙгәрешһеҙ ҡала, тип билдәләй Роман Петров.
“Кеше бының менән шөғөлләнә башлағас, уның тыйылған эшмәкәрлек икәнен аңлай, сөнки был хаҡта бөтә ерҙә лә әйтелә, мәғлүмәттәр ҙә бар. Әгәр һеҙ кемгәлер тыйылған әҙәбиәтте уҡырға бирһәгеҙ, был экстремистик материалдарҙы таратыу була. Шулай уҡ интернеттағы телеграм-каналдарға һылтанмалар ебәрһәгеҙ, тимәк, таратҡанһығыҙ, йәлеп иткәнһегеҙ тигәнде аңлата. Һине тыйылған ойошмаға ярҙам итеү өсөн аҡса ебәрергә саҡырһалар, тимәк, был да енәйәт, йәғни финанслау тигән һүҙ. Һанлы технологиялар дәүерендә мессенджерҙарҙағы, социаль селтәрҙәрҙәге һәр хат алышыу йәшерен була алмай, береһе лә иғтибарһыҙ ҡалмай. Барыһы ла теркәлә бара. Беҙгә телеграм, ватсап һаҡланған тиһәләр ҙә, был дөрөҫ түгел. Әгәр һанлы сығанаҡта мәғлүмәт булһа, ул һаҡланып ҡаласаҡ”, – тине адвокат.
Террористик статьялар буйынса хөкөм ителгәндәргә мотлаҡ рәүештә билдәле бер ғәмәлдәрҙә өҫтәмә тыйыуҙар ҡуйыла. Мәҫәлән, улар ваҡытын иркен итеп үткәреп, төндә лә, халыҡ күпләп йыйылған урындарға ла йөрөй алмай.
“Бындай саралар ошондай кешеләрҙе контролдә тотоу өсөн эшләнә. Шулай уҡ педофилдар өсөн дә ошо ғәмәлдәрҙе индерергә теләйҙәр, был дөрөҫ буласаҡ. Ундай кешеләр айырыуса хәүефле. Улар иреккә сыҡҡандан һуң ғәҙәти тормош алып барырға тейеш түгел. Улар законды боҙоп ҡына ҡалмай, ә һуңғы сиктә тора: түҙмәйенсә, енәйәтте ҡабатлауҙары бар, – тип белдерә хоҡуҡ һаҡлаусы. – Һәм, әлбиттә, полиция яғынан яҡшы иҫкәртеү ҙә кәрәк. Участка инспекторҙары эшләргә, үҙ участкаһындағы һәр кешене белергә тейеш. Әгәр берәй ир ҡапыл сәсен алып, быға тиклем булмаған оҙон һаҡал үҫтерә башлаһа, уға иғтибар итегеҙ, һөйләшегеҙ. “Ни өсөн һин ҡапыл сәсеңде алдырып, һаҡал үҫтерҙең?” тип һорарға кәрәк. Һәм барыһы ла аңлашылыр. Экстремистик идеология менән йәшәүселәр был хәлде йәшермәй, сөнки улар һуҡыр рәүештә мауыға.
Шулай уҡ шуны ла билдәләргә теләйем: хәҙер террор эшмәкәрлегенә бәйле бөтә енәйәттәрҙе лә хәрби судтар ғына ҡарай. Хәрби суд – айырыуса профессиональ суд. Унда ҡаты хөкөмдәр сығарған тәжрибәле, күп хеҙмәт стажы булған тәжрибәле судьялар эшләй. Был һеҙгә дөйөм юрисдикция түгел: бер кем дә сөсөлдәп тормаясаҡ, барыһы ла ҡәтғи буласаҡ. Әгәр ҙә ғәйепте еңеләйтеүсе шарттар булһа, 20 түгел, ә 19,5 йыл яза биреләсәк”.
БЕЛЕШМӘ
*Хизб ут-Тахрир әл-Ислами (“Ислам азатлыҡ партияһы”) – 1953 йылда Көнсығыш Иерусалимда барлыҡҡа килгән халыҡ-ара панисламистар сәйәси партияһы. Рәсәй был фирҡәне террор ойошмаһы тип таный. Ойошманың декларацияланған маҡсаты – ғәҙел ислам йәшәү рәүешен һәм ислам дәүләтен (хәлифәтен) тергеҙеү һәм унда ислам системаһын тормошҡа ашырыу. АҠШ дәүләт органдары уны көс ҡулланмайынса эш итеүсе, әммә мосолмандар араһында экстремистик кәйефте таратыуға булышлыҡ итеүсе һәм, Көнбайышҡа ҡаршы идеология ярҙамы арҡаһында, терроризмды идеологик яҡтан яҡлауға һәләтле төркөмдәр иҫәбенә индерә. РФ Юғары судының 2003 йылдың 14 февралендәге ҡарары менән “Хизб ут-Тахрир әл-Ислами” йәнә 13 ислам ойошмаһы менән бер рәттән террор ойошмаһы тип танылған һәм Рәсәйҙә тыйылған.
Ксения КАЛИНИНА. Автор фотолары.