Бөтә яңылыҡтар
КЕШЕ ҺӘМ ЗАКОН
23 Июль , 12:49

Хәйбулла районында йәш автоһәүәҫкәр ялған документтар менән йөрөгән

    

Хәйбулла районында йәш автоһәүәҫкәр ялған документтар менән йөрөгән
Хәйбулла районында йәш автоһәүәҫкәр ялған документтар менән йөрөгән

ГАИ хеҙмәткәрҙәре документтарҙы тикшереү өсөн «Лада Приора» автомобиленең 23 йәшлек водителен туҡтата. Уның водитель таныҡлығы ялған булып сыға, сөнки Эске эштәр министрлығының мәғлүмәт базаһында башҡа мәғлүмәттәр сыға.

Баҡтиһәң, егет бер ҡасан да водитель таныҡлығы алмаған.

Автомобиль хужаһын полиция бүлегенә тикшереү өсөн алып киләләр. Машинаны махсус туҡталҡаға урынлаштыралар, ә ялған таныҡлығын тартып алалар.

Әлеге ваҡытта ялған документтар әҙерләү йәки әйләнеше тураһында енәйәт эше ҡуҙғатыу мәсьәләһе хәл ителә.

фото:Башҡортостан Дәүләт Автоинспекцияһы

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: