Бөтә яңылыҡтар
КЕШЕ ҺӘМ ЗАКОН
21 Июль , 10:13

40 йәшлек ҡатын кредит алып, мутлашыусыларға 7,5 миллион һум күсергән

    

40 йәшлек ҡатын кредит алып, мутлашыусыларға 7,5 миллион һум күсергән
40 йәшлек ҡатын кредит алып, мутлашыусыларға 7,5 миллион һум күсергән

Башҡортостанда йәшәүселәр бер көндә мутлашыусыларға 13 миллион һумдан ашыу аҡса күсергән. Шулар иҫәбендә Мәләүез районында йәшәүсе 40 йәшлек ҡатын. Өс ай (апрелдән июнгә тиклем) ҡатын ниндәйҙер трейдер компанияһының «аналитиктары» менән аралаша, улар, уны йәнәһе валютаға «инвестициялауға» күндерә, унан 7,5 миллион һум аҡса ала. Шуларҙың 7 миллион һумын ҡатын кредитҡа ала.

Шулай уҡ ялған  "инвестициялар"ҙа 63 йәшлек Мораҡ кешеһе аҡсаһыҙ тороп ҡалған. Бер ай эсендә ул билдәһеҙ кешеләргә 600 мең һумдан ашыу аҡса ебәрә.

Ә Өфө халҡы тәүге ярты йылда мутлашыусыларға дөйөм алғанда 667 миллион һум күсергән.

фото:Башинформ.

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: