Бөтә яңылыҡтар
КЕШЕ ҺӘМ ЗАКОН
19 Июнь , 15:52

Хәйбулла районында " ПравоМобиль» Бөтә Рәсәй хәйриә акцияһы үтте

-

Хәйбулла районында " ПравоМобиль» Бөтә Рәсәй хәйриә акцияһы үтте
Хәйбулла районында " ПравоМобиль» Бөтә Рәсәй хәйриә акцияһы үтте

Федераль нотариаль палатаның йәш нотариустар Советы инициативаһы буйынса Рәсәй төбәктәрендә «Правомобиль» Бөтә Рәсәй хәйриә акцияһы үтә, уның барышында нотариустар һәм башҡа ҡушылған ойошмалар вәкилдәре төбәктең административ үҙәгенән алыҫ урынлашҡан тораҡ пункттарҙа йәшәүселәргә бушлай хоҡуҡи консультациялар бирә. Шулай уҡ акция социаль учреждениеларға хәйриә ярҙамы күрһәтеүҙе күҙ уңында тота.

Ойоштороусылар - юристар Ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе, Башҡортостан Республикаһы Нотариаль палатаһы вәкилдәре һәм Башҡортостан Республикаһы Адвокаттар палатаһы ағзалары ошо маҡсатта республикабыҙҙың бер нисә районына барырға планлаштырҙы. Шул иҫәптән, Хәйбулла районы ла ситтә ҡалманы.

Райондың “Ғаилә” хеҙмәтендә ойошторолған граждандарҙы ҡабул итеүҙә  юристар менән аралашырға һәм үҙҙәрен борсоған мәсьәләләр буйынса консультация алырға 10 кеше килде. Граждандарҙы ҡабул итеүҙә  Башҡортостан Республикаһының Нотариаль палатаһы вәкилдәре:  Өфө ҡалаһы нотариусы Динә Фәтҡуллина, Өфө ҡалаһы нотариусы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Игорь Матвеев,  Росреестрҙың Башҡортостан республикаһы буйынса Идаралығының Ейәнсура, Йылайыр һәм Хәйбулла райондары буйынса муниципаль-ара бүлеге начальнигы Татьяна Юнысова ҡатнашты.

- “ПравоМобиль” Бөтә Рәсәй хәйриә акцияһы сиктәрендә Хәйбулла районы халҡына бушлай юридик ярҙам күрһәтергә килдек. Быға тиклем Ғафури районында булдыҡ.  "Правомобиль" проекты хоҡуҡтың төрлө өлкәләрендә махсуслашҡан күсмә мобиль юристар төркөмөнән тора. Был эш форматы бик уңайлы. Ҡалаларҙан алыҫ тораҡ пунктта йәшәгән граждандарға ҡайҙалыр барырға, ҡабул итеүҙәргә яҙылырға һәм үҙ мәсьәләләрен хәл итеүгә күп ваҡыт сарыф итергә кәрәкмәй. Теләгән кеше беҙгә мөрәжәғәт итә һәм бер үк ваҡытта төрлө белгестәрҙән бер урында, бында һәм хәҙер, теге йәки был консультация ала ала. Урындағы халыҡҡа бушлай хоҡуҡи консультациялар биреүҙән тыш, автоуҙышта ҡатнашыусылар балалар йорттарына, мәктәп-интернаттарға, халыҡҡа ярҙам үҙәктәренә һәм башҡа мохтаждарға хәйриә ярҙамы күрһәтеү менән дә шөғөлләнә, - тине Игорь Матвеев.

Ҡабул итеү тамамланғандан һуң акцияла ҡатнашыусылар балалар һәм үҫмерҙәр социаль приютында булып, тәрбиәләнеүселәргә самокаттар, өҫтәл уйындары һәм тәм-томдар бүләк итте.

Алда акцияла ҡатнашыусыларҙы  тағы бер нисә ошондай осрашыу көтә, улар Федоровка, Баймаҡ һәм Дыуан райондарында үтәсәк.

Автор:Разиля Байгускарова
Читайте нас: