Бөтә яңылыҡтар
КЕШЕ ҺӘМ ЗАКОН
19 Июнь , 12:01

Балаларға энергетиктар һатыуҙы тыйыу тураһында закон проекты беренсе уҡыуҙы үтте

-

Дәүләт Думаһы депутаттарының тәүге уҡыуҙа ҡабул иткән закон проектына ярашлы, 2024 йылдың 1 сентябренән Рәсәйҙә балаларға алкоголһеҙ тонсты күтәреүсе эсемлектәр, шул иҫәптән энергетиктар һатыу тыйыла. Магазинда һатыусы паспорт талап итергә хоҡуҡлы, тип хәбәр ителә Рәсәй Дәүләт Думаһының рәсми сайтында.

«Табиптар энергетик эсемлектәрҙең зарарлы икәнен раҫлаған. Улар гипертония, шәкәр диабеты, йөрәк-ҡан тамырҙары һәм башҡа сирҙәргә сәбәпсе булыуы ихтимал. Закон проектының төп маҡсаты — балаларыбыҙҙың һаулығын һаҡлау, йәштәрҙе алама ғәҙәттәрҙән арындырыу», — тине парламент спикеры Вячеслав Володин.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-06-18/zakonoproekt-o-zaprete-prodazhi-energetikov-detyam-proshel-pervoe-chtenie-3813790

Автор:Әлфиә Әһлиуллина
Автор:
Читайте нас: