Бөтә яңылыҡтар
КЕШЕ ҺӘМ ЗАКОН
4 Июнь , 15:58

Июнь айында үҙ көсөнә инәсәк закондар

-

Июнь айында үҙ көсөнә инәсәк закондар
Июнь айында үҙ көсөнә инәсәк закондар

👶 Балаларға тәғәйенләнгән берҙәм пособиеға ҡағылышлы яңы ҡағиҙәләр

Пособиелар тәғәйенләү өсөн кеше башына уртаса килемде иҫәпләгәндә алимент суммаһы яңыса иҫәпкә алынасаҡ. Әгәр алиментты суд билдәләгән булһа, ысынбарлыҡта ҡулға кергән аҡсаның күләме иҫәпкә алына. Ата-әсә алимент тураһында килешеү төҙөһә, ғаризала күрһәтелгән, әммә минималь гарантияларҙан кәм булмаған сумманы иҫәпкә аласаҡтар.

🗺 Туристарҙың хәүефһеҙлеге — vk.cc/cxhIRi

Хөкүмәт аттестация үткән инструктор-оҙатыусылар талап иткән туристик маршруттарҙың төрҙәрен һәм ҡатмарлылыҡ категорияларын билдәләйәсәк. Инструкторҙар төбәк башҡарма власть органдарына ниндәй маршрутта туристарҙы оҙатып йөрөүҙәре тураһында хәбәр итергә бурыслы.

🚰 Күрһәтелгән сифатһыҙ хеҙмәттәр өсөн ресурстар менән тәьмин итеүсе компанияларҙың яуаплылығы — vk.cc/cxhJ1N

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡта сифатһыҙ хеҙмәттәр күрһәткән — таҙа булмаған һыу биргән, ҡыш көнө яҡтылыҡты һәм йылылыҡты һүндергән өсөн һәм башҡа осраҡтарҙа ойошмалар өсөн яза көсәйтелә. Штраф 100 мең һумға тиклем барып етәсәк.

🎨 Художество кәсептәренә булышлыҡ итеү — vk.cc/cxhJcY

Власть һәм урындағы үҙидара органдары оҫталарға финанс, мәғлүмәти һәм башҡа ярҙам күрһәтеү хоҡуғын аласаҡ. Шулай уҡ оҫталар үҙмәшғүл булып теркәлә ала.

🚨 Балалар енәйәтселегенә ҡаршы көрәш — vk.cc/cxhJkg

Бәлиғ булмағандарҙы енәйәт ҡылыуға йәлеп иткән өсөн енәйәт яуаплылығы индерелә. Ғәйепле кешегә биш йылдан һигеҙ йылға тиклем иркенән мәхрүм итеү янай.

💰 Икенсе кешенең бурысын ҡаплатыу өсөн ғәрип балаларҙың пенсияһын тотоноу тыйыла — vk.cc/cxhJwA

Был ҡағиҙә аҡса ата-әсәләрҙең, уллыҡҡа алыусыларҙың һәм опекундарҙың иҫәбенә күскән осраҡтарға ҡағыла. Шулай уҡ эшкә яраҡһыҙ кешеләрҙең пенсияһын һәм социаль өҫтәмә түләүҙәрҙе бурыс ҡаплатыу өсөн ҡулланмаясаҡтар.

❌ Законһыҙ миграцияға ҡаршы тороу — vk.cc/cxhJTe

Хеҙмәт эшмәкәрлегенә бәйле булмаған маҡсатта 90 көндән ашыу ваҡытҡа Рәсәйгә инергә теләгән сит ил кешеләрен дактилоскопия теркәүе үтергә мәжбүр итәсәктәр. Эске эштәр министрлығының паспорт-виза сервисы миграция өлкәһендә дәүләт хеҙмәттәре күрһәтеүгә йәлеп ителәсәк.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:
Читайте нас: