Бөтә яңылыҡтар

Сәскә түтәлдәрен автомобиль тәгәрмәстәре менән биҙәргә яраймы?

-

Сәскә түтәлдәрен автомобиль тәгәрмәстәре менән биҙәргә яраймы?
Сәскә түтәлдәрен автомобиль тәгәрмәстәре менән биҙәргә яраймы?

Башҡортостан Республикаһы буйынса Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты белгестәре яуап бирә.

Был эш тыйыла. Автомобиль тәгәрмәстәре IV хәүефлелек класына ҡараған етештереү һәм ҡулланыу ҡалдығы. Уларҙы махсус полигондарҙа ғына утилләштерергә мөмкин.

Бындай ҡалдыҡтарҙы ергә күмергә йәки улар өсөн тәғәйенләнмәгән урында йыйырға ярамай.

❌ Ҡағиҙә боҙоусыға штраф һалыуҙары ихтимал. Штрафтар суммаһы:

— физик шәхестәр өсөн — 2-3 мең һум;
— вазифалы кешеләр өсөн — 10-30 мең һум;
— шәхси эшҡыуарҙар өсөн — 30-50 мең һум;
— юридик шәхестәр өсөн — 100-250 мең һум йәки эшмәкәрлеген өс айға тиклем туҡтатыу.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:
Читайте нас: