Сибайҙа йәшәүсе 16 йәшлек үҫмер наркотиктар һатырға маташыуҙа ғәйепләнә. Тәфтиш комитетының Сибайҙағы бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, 16 йәшлек үҫмергә ҡарата ике статья буйынса енәйәт эше асылған.
Тикшереү версияһы буйынса, быйыл февралдә интернетта йәш кешегә билдәһеҙ кеше задание биргән. Сибайҙа үҫмергә уның иптәше «закладка»ны күрһәтә, унда наркотиктар партияһын алып, уны артабан ғәйепләнеүсе йәшерен урындар аша ла һатырға тейеш була. Әммә ул ниәтен тормошҡа ашыра алмай, сөнки полиция хеҙмәткәрҙәре тарафынан тотола.
Үҫмерҙе шәхси тикшереү ваҡытында полиция хеҙмәткәрҙәре синтетик сығышлы 25 граммдан ашыу ауырлыҡтағы 16 наркотик төргәген һәм кеҫә телефонын тартып ала, унда йәшерен урындың ҡайҙалығын һәм уның координаталарын күрһәткән фотоһүрәт табыла. Шунда уҡ үҫемлек сығышлы наркотик табыла һәм конфискациялана.
Факт буйынса тикшереү бара, белгестәр ғаиләнең торлаҡ-көнкүреш шарттарын, шулай уҡ үҫмерҙе енәйәт ҡылыуға этәргән башҡа сәбәптәрҙе һәм шарттарҙы тикшерә.
фото:Башинформ.