Бөтә яңылыҡтар
КЕШЕ ҺӘМ ЗАКОН
28 Март , 15:07

Бер нисә тапҡыр иҫерек килеш машина менән идара иткән водителдең автомобилен тартып алып

СВО-ға ебәргәндәр

Бер нисә тапҡыр иҫерек килеш машина менән идара иткән водителдең автомобилен тартып алып
Бер нисә тапҡыр иҫерек килеш машина менән идара иткән водителдең автомобилен тартып алып

Өфөлә бер нисә тапҡыр иҫерек килеш машина менән идара иткән водителдең автомобилен тартып алып, СВО ихтыяждарына тапшырҙылар.

Баш ҡала ЮХХДИ-һының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, 2022 йылдың февралендә 35 йәшлек ир «Рено Дастер» автомобиле руле артында иҫерек килеш йөрөгән өсөн ҡулға алынған. Уға 30 000 һум күләмендә штраф яҙалар һәм 1 йыл 6 айға транспорт саралары менән идара итеү хоҡуғынан мәхрүм итәләр.

Был хәл 2023 йылдың апрелендә йәнә ҡабатлана, ир тағы ла иҫерек килеш руль артына ултыра. Алкотестер 1,352 мг/л күрһәткән.

Ҡабаттан хоҡуҡ боҙоу өсөн РФ Енәйәт кодексының 264.1 статьяһының 1-се бүлеге буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Был юлы яза ҡатыраҡ була. Суд иргә транспорт саралары менән идара итеү менән бәйле эшмәкәрлек менән шөғөлләнеү хоҡуғынан ике йылға мәхрүм итеп, 120 сәғәт мотлаҡ эшкә хөкөм итте. Бынан тыш, автомобилде тартып алалар.

Ошо көндәрҙә суд приставтары хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре штраф туҡталҡаһында һаҡланған «Рено Дастер»ҙы тартып алып, махсус хәрби операция ихтыяждарына тапшырҙы.

Видео:Өфө ЮХХДИ-һының матбуғат хеҙмәте
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: