Бөтә яңылыҡтар
КЕШЕ ҺӘМ ЗАКОН
27 Март , 17:29

Хәбәрһеҙ юғалған ҡыҙҙы үле килеш тапҡандар 

Енәйәтсе ҡыҙҙың кәүҙәһен тураҡлап, полимер пакеттарға һала һәм...

Хәбәрһеҙ юғалған ҡыҙҙы үле килеш тапҡандар
Хәбәрһеҙ юғалған ҡыҙҙы үле килеш тапҡандар 

Стәрлебаш район-ара суды урындағы кешегә ҡарата «үлтереү» статьяһы буйынса енәйәт эше буйынса хөкөм ҡарары сығарҙы. Башҡортостан прокуратураһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 2023 йылдың ноябрендә ир менән уның ҡунаҡта булған ҡыҙ араһында бәхәс була, һөҙөмтәлә ул ҡыҙҙы ҡулдары менән быуып үлтерә. Енәйәт эҙҙәрен йәшерергә теләп, енәйәтсе зыян күреүсенең кәүҙәһен тураҡлап, полимер пакеттарға һала, һуңынан урманға алып сыға һәм ерләй.

Бер ай самаһы ҡыҙ хәбәрһеҙ юғалған тип иҫәпләнә, полиция хеҙмәткәрҙәре оператив саралар барышында зыян күреүсенең видеокүҙәтеү камералары буйлап хәрәкәтен күҙәтә, автомобиле буйынса ирҙең шәхесен асыҡлай һәм уны йәшәгән урынында ҡулға ала.

«Тәфтишселәр һәм криминалистар оперативниктар менән берлектә зыян күреүсенең шәхесен, уның аралашыу даирәһен, ҡатын йәшәгән урындан видеокүҙәтеү камераларынан яҙмаларҙы, телефон аша һөйләшеүҙәрен, уның хәрәкәт итеү маршрутын тикшерҙе, һөҙөмтәлә 38 йәшлек стәрлебаш ауылы кешеһенә шик төшә, уның менән юғалған төндә зыян күреүсе уның автомобилендә китә. Ғәйепләнеүсенең өйөн тентеү барышында һуңғыһы тәфтишсегә ҡылған эштәре тураһында хәбәр итә һәм һуңынан зыян күреүсенең кәүҙәһенең ҡайҙалығын күрһәтә», — тип аңлатма бирҙеләр Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәтендә.

Ғәйепләнеүсе үҙ ғәйебен таный. Суд уға ҡаты режимлы холоҡ төҙәтеү колонияһында 9 йылға иркенән мәхрүм итеү язаһын тәғәйенләй һәм 2 миллион һум күләмендә мораль зыянды ҡаплауҙы талап итә. Хөкөм ҡарары әлегә законлы көсөнә инмәгән.

фото:Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: