Бөтә яңылыҡтар
КЕШЕ ҺӘМ ЗАКОН
23 Март , 11:53

Водитель таныҡлығын һатып алған егет ҡулға алынған

     

Водитель таныҡлығын һатып алған егет ҡулға алынған
Водитель таныҡлығын һатып алған егет ҡулға алынған

Башҡортостандың Иглин районында  водитель таныҡлығын һатып алған егет ҡулға алынған. Был хаҡта республиканың баш дәүләт автоинспекторы Владимир Севастьянов һөйләне.

Иглин районы дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре Өфө-Иглин-Красная Горка  юлының 21-се километрында ВАЗ-2107 автомобилен туҡтатҡан, уның руле артында 21 йәшлек егет ултырған. Документтарҙы тикшергән ваҡытта ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре водитель таныҡлығы номеры артында Свердловск өлкәһенән башҡа шәхси мәғлүмәттәр менән кеше булыуын асыҡлаған. Бынан тыш, ир билдәләнгән тәртиптә теркәлмәгән автомобилде йөрөткән.

Егет водитель таныҡлығын бер ҡасан да алмауын һәм уны интернет аша 30 мең һумға һатып алыуын таный. Уға ҡарата идара итеү хоҡуғына эйә булмаған водителдең транспорт сараһы менән идара итеүе һәм теркәлмәгән транспорт менән идара итеү өсөн административ материалдар төҙөлгән.

Автомобиль махсус туҡталҡаға ебәрелгән. Ялған документтар факты буйынса егет артабанғы тикшереү өсөн полиция бүлегенә килтерелә. Әлеге ваҡытта РФ Енәйәт кодексының 327 статьяһы буйынса ялған документтар әҙерләү йәки әйләнеше тураһында енәйәт эше ҡуҙғатыу тураһында мәсьәлә хәл ителә.

фото:ЮХХДИ.

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: