Бөтә яңылыҡтар
КЕШЕ ҺӘМ ЗАКОН
23 Март , 08:43

Мөхәббәт улай булмай...

Өс кешенең башына еткән студентҡа суд ҡарары сығарылды.

Мөхәббәт улай булмай...
Мөхәббәт улай булмай...

Былтыр февраль айында республиканы тетрәндергән енәйәт теркәлгәйне. Ҡырғыҙ-Миәкә ауылында 22 йәшлек студент егет көнсөллөгөнән 16 йәшлек элек йөрөгән ҡыҙын, 20 йәшлек уның яңы егетен үлтерҙе һәм авария ойоштороп тағы бер ирҙең башына етте.

Тимур исемле егет имен ғаиләлә үҫә: атаһы – нефтсе, әсәһе РОНО хеҙмәткәре. Яҡшы тәрбиәләнгән, ярҙамсыл егетте барыһы ла һәйбәт кеше тип иҫәпләй. Мәктәпте тамамлағас ул Өфөгә абруйлы уҡыу йортона инә һәм уҡый башлай.

Бер мәлдә ул 16 йәшлек мәктәп уҡыусыһы менән осраша башлай. Был хәл күптәрҙе аптырата: сағыу, клубтар яратҡан һылыу йәш Ангелина һәм тыныс ҡына студент егет бер-береһенә тура килмәй кеүек.

“Ул ысын мөхәббәтемде осраттым ти ине, өйләнергә теләне. Уға саҡ 16 йәш тип әйтеп ҡараным, Өфөлә икенсе ҡыҙ табырһың тинем, тик улым мине тыңламаны”, – тигән “КП-Өфө” баҫмаһына егеттең әсәһе.

Йәш айырмаһы һәм төрлө ҡыҙыҡһыныуҙар үҙ ролен уйнай, бейергә, шау-шыулы компаниялар яратҡан ҡыҙға еңеллек һәм романтика кәрәк була, ә Тимур даими рәүештә уның менән мөнәсәбәттәр асыҡлай, көнләшә. Сираттағы тапҡыр әрләшкәндән һуң ҡыҙ уның менән ташлашырға була. Тик көнсөл егет быға риза булмай, һәр аҙымын күҙәтә, артынан ҡалмай йөрөй башлай. Ә ҡыҙҙың икенсе егете барлыҡҡа килгәнен белгәс, бөтөнләй сығарынан сыға.

– Ул ташлашҡандан һуң башын юғалтты, уға ҡысҡыра, ә һуңғы ваҡытта хатта ҡул күтәрә ине. Тик былайға уҡ барып етер тип бер кем дә уйламаны, – ти ҡыҙҙың таныштары.

Февралдә Тимур ауылына ҡайта һәм сираттағы тапҡыр ҡыҙ менән осрашырға була. Тик Ангелина баш тарта. Шул саҡта ул үс итергә була ла. Бысаҡ һәм сүкеш алып, уларҙы эҙләп китә, ә әсәһенә иртәрәк йоҡларға ятам тип алдай.

Ангелина менән уның егете Иванды машинала күреп ҡалғас, башын юғалта: тәүҙә 20 йәшлек егетте үлтерә, шунан ҡыҙҙы йәрәхәтләй. Ангелина машинанан сығып ҡаса, уны шунда уҡ дауаханаға алып баралар. Тик 16 тапҡыр бысаҡтан сәнселгән ҡыҙ реанимацияла йән бирә.

Ә үҙенең нимә эшләгәнен аңлаған Тимур машинаға ултыра һәм Өфөгә табан ҡыуа башлай. Быны күргән ДПС хеҙмәткәрҙәре уны туҡтатырға тырыша, баҫтыра башлай. Һөҙөмтәлә, ҙур тиҙлек менән килгән егет ҡаршы һыҙатҡа сыға һәм “Лада Гранта” машинаһына бәрелә. Уның рулендәге 61 йәшлек ир урында йән бирә, улы ауыр йәрәхәттәр ала.

Был хәл күптәрҙе тетрәндерә. Яҡташтарының кемеһелер егетте аҡлап та маташа, йәнәһе мөхәббәттән һәм көнләшеүҙән башын юғалта.

"Минең класташым. Шәп егет ине, яҡшы уҡыны, бөтәһе лә уны яратты. Мөхәббәт башына етте. Бөтәбеҙ ҙә шок хәлендә", – тигән Тимурҙың класташы.

“Юҡ, был мөхәббәт түгел, был шизофрения. Сирле һөйөүе арҡаһында өс кешенең башына етте. Әйҙә хәҙер ғүмере буйы ошо ауыр йөк менән йәшәһен”, – ти ҡыҙҙың дуҫы.

Ангелинаның һәм үлтерелгән егеттең ата-әсәһе был ҡайғыны бик ауыр кисерә. Иван күп балалы ғаиләлә үҫкән, армияла хеҙмәт иткән. Тәүҙә Себерҙә эшләгән, аҙаҡ МХО-ға барыр өсөн ҡайтҡан булған.

Һөҙөмтәлә, был хәлдән һуң бер йыл үтеп тә китте. Тимур психиатрия тикшереүен үткән, уның үлтергән саҡта үҙ аңында булыуы һәм нимә эшләүен аңлауы асыҡланған. Уны енәйәттәрендә ғәйепле тип тапҡандар. Ул үҙе лә ғәйебен таныған. Һөҙөмтәлә ошо көндәрҙә суд булды һәм уны 20 йылға иркенән мәхрүм иттеләр. Шулай уҡ ул үлтергән кешеләрҙең яҡындарына әхлаҡи компенсация түләйәсәк. 

Фото: "КП-Өфө". 

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас: