Бөтә яңылыҡтар
КЕШЕ ҺӘМ ЗАКОН
18 Март , 15:50

2025 йылдың 1 мартынан кредит алыуҙы тыйыу ысулы эшләй башлай

-

2025 йылдың 1 мартынан кредит алыуҙы тыйыу ысулы эшләй башлай
2025 йылдың 1 мартынан кредит алыуҙы тыйыу ысулы эшләй башлай

2025 йылдың 1 мартынан кредит алыуҙы тыйыу ысулы эшләй башлай. Мутлашыусылар кеше исеменә кредит алырға йыйынған осраҡта һәр кем үҙен ошо уңайһыҙ хәлдән һаҡлай ала.

Был ысулдың нисек эшләйәсәген Рәсәй Банкының Башҡортостан Республикаһы буйынса бүлексәһе - Милли банк белгестәре аңлата.

— Дәүләт хеҙмәттәре аша 2025 йылдың 1 мартынан ғариза бирергә мөмкин;
— Күп функциялы үҙәк офистары ғаризаларҙы 2025 йылдың 1 сентябренән дә һуңға ҡалмайынса ҡабул итә башлаясаҡ.

Тыйыуҙың төрлө шарттарын һайларға мөмкин:
— кредитор төрө буйынса: банк йәки микрофинанс ойошмаһы;
— кредит йәки заем алыу өсөн мөрәжәғәт итеү ысулы буйынса: офиста һәм дистанцион рәүештә йәки дистанцион рәүештә генә.

Әгәр ысынлап та кредит кәрәк булһа, теләгән ваҡытта тыйыуҙан баш тарта алаһығыҙ. Тыйыу кредит тарихы составына тейешле мәғлүмәт индерелгәндән һуң бер көн үткәс юҡҡа сығарыла.

Банктар һәм микрофинанс ойошмалары кешенең кредит тарихында тыйыу тураһында мәғлүмәт бармы-юҡмы икәнен тикшерергә тейеш. Әгәр булһа, кредитор кредит биреүҙән баш тарта.

Әгәр, тыйыу булыуға ҡарамаҫтан, килешеү төҙөлгән булһа, кредитор заемсынан кредит буйынса йөкләмәләрен үтәүҙе талап итә алмаясаҡ.

Әлеге көндә рәсмиләштерелгән кредитығыҙ булһа, тыйыу индерергә мөмкин. Әммә был кредит түләү бурысынан азат итмәй.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:
Читайте нас: