Бөтә яңылыҡтар
КЕШЕ ҺӘМ ЗАКОН
11 Март , 21:33

Әсә яңы тыуған сабыйын пакетҡа һалып ташлап киткән...

   

Әсә яңы тыуған сабыйын пакетҡа һалып ташлап киткән...
Әсә яңы тыуған сабыйын пакетҡа һалып ташлап киткән...

Өфөнөң Октябрь районы прокуратураһы 39 йәшлек ҡатынға ҡарата енәйәт эше буйынса ғәйепләү һығымтаһын раҫланы. Ул «әсә тарафынан яңы тыуған баланы үлтереү» статьяһы буйынса енәйәт ҡылыуҙа ғәйепләнә.

Башҡортостан прокуратураһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, тикшереү версияһы буйынса, 2023 йылдың декабрендә көндөҙ ике бәлиғ булмаған бала тәрбиәләгән ҡатын өйҙә малай тапҡан һәм унан ҡотолорға ҡарар иткән. Ул тере сабыйҙы яҫтыҡҡа төрөп, полимер пакетҡа һалып, Һупайлы биҫтәһендәге күп ҡатлы йорттоң подъезындағы келәттең бүлмәһендә йәшерә.

«Биш көндән һуң ҡатындың хәле насарайған. Уны дауаханаға алып киләләр, унда уның бала тапҡаны асыҡлана. Ул бала үле тыуған тип белдерә, әммә суд-медицина экспертизаһы уның версияһын кире ҡаға, бала тере тыуған тигән һығымтаға килә. Йыйылған мәғлүмәттәрҙе күрһәткәндән һуң ғәйепләнеүсе енәйәт ҡылыуҙа ғәйепле булыуын таныны», — тип хәбәр иттеләр Рәсәй тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәтендә.

Ғәйепләнеүсе үҙ ғәйебен таныған. Енәйәт эше Октябрь район судына ебәрелгән. 

Фото:СКР по РБ.
 
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: