Бөтә яңылыҡтар
КЕШЕ ҺӘМ ЗАКОН
11 Март , 20:47

14 йәшлек малайҙар еңел аҡса эшләйем тип...

Енәйәт эше фигуранты булғандар

14 йәшлек малайҙар еңел аҡса эшләйем тип...
14 йәшлек малайҙар еңел аҡса эшләйем тип...

Күгәрсен районында 14 йәшлек уҡыусылар, аҡса эшләргә теләп, енәйәти эш тапҡан. Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, полицияға 81 йәшлек пенсионер ҡатын мөрәжәғәт иткән. Ул телефонына билдәһеҙ ҡатындың шылтыратыуы тураһында һөйләй, ул үҙен «хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәре» тип таныштыра. Шылтыратыусы пенсионерҙың ҡыҙының юл фажиғәһенә эләгеүен һәм хәҙер ауыр хәлдә булыуын хәбәр иткән. Бер аҙҙан был мәғлүмәтте раҫлаған ялған медицина хеҙмәткәрҙәренән шылтыратыу ҙа килә. Аферистар ҡиммәтле операция үткәреү һылтауы менән өләсәһен аҡса йыйырға күндерә. Ул үҙенә килгән курьерҙарға 170 мең һум шәхси аҡсаһын бирергә икеләнмәй.

Һуңыраҡ, ҡыҙы менән бәйләнешкә ингәс, пенсионер ҡатын мутлашыусыларҙың хәйләләренә эләгеүен аңлай һәм полицияға мөрәжәғәт итә.

«Енәйәт эҙләү хеҙмәткәрҙәре ғәйепләнеүселәрҙе ҡулға ала. Курьерҙар 14 йәшлек ике уҡыусы булып сыға. Бәлиғ булмағандарҙың береһе интернетта эш тапҡанын һәм үҙенең „уңышлы табышы“ тураһында класташына һөйләгәнен таный. Дуҫтар заданиены "уңышлы" үтәгәне өсөн ҙур булмаған процент ҡына түгел, енәйәт эше фигуранты ла булды», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алдылар Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығында.

Ике бәлиғ булмаған балаға ҡарата мутлашыу факты буйынса енәйәт эштәре ҡуҙғатылған. 

фото: Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: