Бөтә яңылыҡтар
КЕШЕ ҺӘМ ЗАКОН
9 Март , 20:07

Уҡытыусы аферистарға 2 миллион һум күсергән...

     

Уҡытыусы аферистарға 2 миллион һум күсергән...
Уҡытыусы аферистарға 2 миллион һум күсергән...

Башҡортостанда мутлашыусыларҙың сираттағы ҡорбаны - Өфө ҡалаһында йәшәүсе уҡытыусы, тип хәбәр итә республика буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Ҡатын полиция хеҙмәткәрҙәренә мессенджерҙа йәнәһе уға "мәктәп директоры" яҙған тип һөйләй. Яҙышыу барышында уға шулай уҡ хоҡуҡ һаҡлау органдарының ялған хеҙмәткәрҙәре шылтырата, улар шәхси мәғлүмәттәрҙе йәнәһе сит кешеләр ала тип уны кредит алырға күндерә. Уның исеменә кредит алыуҙан ҡотолорға тырышып, ҡатын аферисттарға 2 миллион һумдан ашыу аҡса күсергән.

Телефон аша енәйәтселәрҙән баш ҡаланың тағы бер кешеһе зыян күрә. Мутлашыусылар уға үҙҙәрен банк хеҙмәткәрҙәре булып таныштыра. Улар ҡатынды аҡсаһын хәүеф-хәтәрҙән «һаҡлап ҡалыу» кәрәклегенә ышандыра. Енәйәтселәр «хәүефһеҙ иҫәпкә» аҡса ебәрергә кәңәш итә. Ғариза биреүсе кредит ала, үҙенең шәхси тупланмаларын өҫтәй һәм аферистарҙың билдәһеҙ иҫәптәренә 1,2 миллион һумдан ашыу аҡса ебәрә, шуларҙың 1 миллиондан ашыуы — шәхси тупланмалар.

Башҡортостанда йәшәүсе ике кеше еңел аҡса "эшләйем" тип мутлаушыусыларҙың тоҙағына эләккән. Байлыҡтарын арттырырға тырышып, улар инвестициялар менән шөғөлләнергә ҡарар итә. Учалы районында йәшәүсе ҡатын, ҡиммәтле металдарға инвестициялар һалырға теләп, 1,5 миллион һумдан ҡолаҡ ҡаҡҡан. Нуриман районында йәшәүсе ҡатын инвестициялау һылтауы менән аферисттарға 1,8 миллион һумдан ашыу аҡса күсергән.

Фото:Ксения Калинина (Башинформ).
 
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: