Бөтә яңылыҡтар
КЕШЕ ҺӘМ ЗАКОН
7 Март , 19:33

Кәүҙәһен тураҡлап, мейескә ташлаған...

Ир туғанын үлтереүҙә ғәйебен таныған

Кәүҙәһен тураҡлап, мейескә ташлаған...
Кәүҙәһен тураҡлап, мейескә ташлаған...

Башҡортостанда уҙған көҙ Иглин районында булған үлтереү буйынса тикшереү тамамланды, тип хәбәр иттеләр Рәсәй Тәфтиш комитетынан.

Был енәйәттең нигеҙе - эскелек. 55 йәшлек ир 60 йәшлек туғаны менән бергә спиртлы эсемлектәр эсә. Йорт хужаһы магазинға спиртлы эсемлек алырға йыйынғанда, уның туғаны  туҡтарға ваҡыт, тип уны бынан тыя. Шул саҡта ғәйепләнеүсе үҙенең ҙур бысағын ала һәм ҡунаҡтың башына бер нисә тапҡыр һуға.

Икенсе көндө ул кәүҙәне киҫәктәргә тураҡлап, гараждағы мейескә ташлай. Һуңынан, үҙенә урын таба алмағас, Өфөгә туғанының ҡыҙына бара, булған хәл тураһында һөйләй һәм, шунда уҡ ғәйепле булыуын танып, полиция саҡырыуын һорай.

фото:Башҡортостан буйынса  Рәсәй Тәфтиш комитеты.

 

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: